

Алдараҡ яҙыуыбыҙса, Рәсәй Президенты Владимир Путин пенсионерҙарға һәм хәрбиҙәргә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата ярҙам вәғәҙә иткәйне. Һәм бына бөгөн ил етәксеһенең ошо туралағы Указға ҡул ҡуйыуы билдәле булды.
Шулай итеп, был аҡса ҡасан түләнер һәм уны алыу өсөн нимә эшләргә кәрәк?
- Аҡса сентябрь айында түләнә. Уны юллау өсөн бер ниндәй ҙә ғариза бирергә кәрәкмәй, аҡса пенсия алыусыларҙың иҫәбенә автоматик рәүештә күсә.
- Указға ярашлы, граждандың башҡа түләүҙәр йәки социаль ярҙам алыуға хоҡуҡтарын билдәләгән саҡта был аҡса иҫәпкә индерелмәй.
- Социаль хеҙмәтләндереү ойошмаларында йәшәгән кешеләр түләүҙе шулай уҡ тулы күләмдә аласаҡ.
- Был түләү һәр төрлө штрафтарҙан һәм пеняларҙан һаҡланған. Уны суд приставтары тулыһынса йәки өлөшләтә тотоп ҡала алмаясаҡ.
- Ниндәй ҙә булһа сәбәп менән аҡса сентябрҙә бирелмәһә, пенсионер уны һуңғараҡ аласаҡ.
- Әгәр кемдер түләүҙе алып өлгөрмәйенсә үлеп китһә, уны ҡануниәткә ярашлы тәртиптә юллап алып буласаҡ.
Федерация Советының Социаль сәйәсәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Валерий Рязанский белдереүенсә, был түләүҙәр өсөн ил бюджетынан 500 миллиард һум аҡса тотоноласаҡ. Уның әйтеүенсә, илдә страховка пенсияһы алған - 40 миллион, социаль пенсия алған 3,5 миллион пенсионер һәм хәрби пенсионерҙар бар.
Фото: vk.com