Социаль мәсьәлә
25 Август 2021, 12:30

Бәләкәстәргә – табиптарҙан бүләк!

Сибай үҙәк ҡала дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре өсөн байрамда беренсе класҡа барыусы ҡыҙ һәм малайҙарға бүләктәр тапшырылды.

Бәләкәстәргә – табиптарҙан бүләк!Бәләкәстәргә – табиптарҙан бүләк!
Бәләкәстәргә – табиптарҙан бүләк!

Йыл һайын Сибай үҙәк ҡала дауаханаһы хеҙмәткәрҙәренең балалары өсөн дауахана ойошма тарафынан ҙур байрам ойошторола. Быйыл да улар матур йолаға хыянат итмәне. Сара бик ҡыҙыҡлы үтте: тиҙҙән тәүге тапҡыр мәктәп ишеген асасаҡ – беренсе класҡа барасаҡ – бәләкәстәр тәбрикләнде. Улар яратҡан йәнһүрәт геройҙары менән бергә уйнаны, шаярҙы, белемдәрен дә тикшереп алды.

– Медицина хеҙмәткәрҙәренең балаларына 1 сентябрь алдынан ошондай матур байрам үткәреү йолаға әүерелде. Бына инде 21 йыл рәттән беренсе класҡа барыусы бәләкәстәргә мәктәпкә канцелярия йыйылмалары бүләк итәбеҙ. 2000 йылда, сараны тәүге тапҡыр уҙғарғанда, 19-20 генә бала булһа, быйыл беренсегә барыусылар һаны 79-ға етте. Бәләкәстәрҙең шат йөҙҙәрен күреү өлкәндәр өсөн икеләтә ҡыуаныслы. Балаларҙың барыһына ла уҡыуҙарында тик уңыштарға өлгәшеүҙәрен, һау булыуҙарын теләйем, – тине Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының профсоюз бүлеге рәйесе Басир Шәрипов.

Әйткәндәй, Хәйбулла, Йылайыр, Баймаҡ райондарының "Ашығыс ярҙам" хеҙмәттәре лә, үҙәкләштерелеп, Сибайға ҡушылғанға күрә, Баймаҡ районынан ике, Хәйбулла районынан дүрт балаға ла ошондай мәктәп кәрәк-ярағы йыйылмалары бүләк ителгән.

 

Фото: Әлфирә Үҙәнбаева.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас