Социаль мәсьәлә
27 Август 2021, 18:00

Хосписты бергәләп төҙөйбөҙ

Төҙөлөштөң йылдам барыуына ҡарамаҫтан, финанс йәһәтенән ҡатмарлылыҡтар бар. Башҡортостан Башлығы был мәсьәләне хәл итеүҙе шәхси контроленә алды.

Хосписты бергәләп төҙөйбөҙХосписты бергәләп төҙөйбөҙ
Хосписты бергәләп төҙөйбөҙ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөләге әһәмиәтле төҙөлөштәрҙең береһендә – өлкәндәргә һәм һауыҡтырып булмай торған сирле балаларға паллиатив ярҙам күрһәтеү өсөн һалыныусы хосписта – булды. Стационар ҡаланың көньяҡ өлөшөндә, “Мега” сауҙа-күңел асыу үҙәге артындағы 2,37 гектар майҙанда, төҙөлә.

Подрядсы булған "Өфө ҡалаһының Инвестиция-төҙөлөш комитеты” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Марат Вәсимов әйтеүенсә, бөгөн объектта өс корпустың да диуарҙары күтәрелгән. Төҙөүселәр бинаның фасады һәм ҡыйығы буйынса эштәрҙе тамамлай, эске биҙәкләү эштәрен дауам итә, биләмәне төҙөкләндереү менән мәшғүл.

Стационар 60 койкаға иҫәпләнгән, шуның 20-һе балалар өсөн тәғәйенләнгән. Пациенттар эргәһенә туғандарының да килеп йөрөүе өсөн мөмкинлектәр бар. Өфө хосписы директоры Радмила Сурначева әйтеүенсә, бында йылы һәм йәмле мөхит булдырыласаҡ. Биләмәлә йөрөү зонаһы һәм балалар өсөн адаптив майҙан планлаштырыла.

Төҙөлөш бизнесмендарҙың һәм айырым кешеләрҙең ярҙамы менән алып барыла. Атап әйткәндә, “Ростелеком” компанияһы бушлай интернет һәм элемтә үткәргән, “Астро-лифт” лифттар менән тәьмин иткән, “Ласселсбергер” заводы керамик плитка биргән, ә “Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы” объектты энергия селтәренә тоташтырған.

Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығына буласаҡ хоспис өсөн персонал әҙерләү һәм һайлап алыу эшен башларға ҡушты. Хөкүмәт вице-премьеры Рәйеф Абдрахманов әйтеүенсә, төҙөлөштөң йылдам барыуына ҡарамаҫтан, финанс йәһәтенән ҡатмарлылыҡтар бар. Башҡортостан Башлығы был мәсьәләне хәл итеүҙе шәхси контроленә алды.

– Проектты башлағанда ул хәҙергеһенән ике-өс тапҡырға бәләкәйерәк булырға тейеш ине. Әммә эш барышында хоспистың ҙур булырға тейешлеген аңланыҡ. Бында бөтә Башҡортостандан ярҙамға мохтаж ҡаты сирлеләр киләсәк, шуға күрә республика кимәлендәге ҙур, сифатлы объект һалырға булдыҡ. Бар ғаләм менән бергә төҙөйбөҙ. Айырым финанс өҙөклөгө бар, әммә был мәсьәләне хәл итергә тырышасаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Үкенескә ҡаршы, тормош шулай, кешеләр ауырый. Кескәй пациенттарға һәм уларҙың ата-әсәләренә, бөтә ҡаты сирлеләргә ярҙам итеү өсөн беҙ уңайлы шарттар тыуҙырабыҙ. Шуның өсөн беренсе республика хосписы төҙөлөшөндә ҡатнашҡан һәр кемгә ҙур рәхмәт әйткем килә.

* * * 

Өфө ҡалаһындағы республика хосписы төҙөлөшөнә хәйриә ярҙамы күрһәтергә теләүселәр  өсөн банк реквизиттары:

АНМО «Уфимский хоспис»

ИНН/КПП: 0274950766/027401001

ОГРН: 1190280068494

БИК: 048073601

р/с: 40703810706000002773 в ПАО Сбербанк г. Уфа

к/с: 30101810300000000601

Аҡса күсергәндә уның хәйриә ярҙамы икәнен күрһәтеүегеҙҙе һорайбыҙ.

 

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас