Социаль мәсьәлә
27 Август 2021, 04:00

Килешеү емешле булһын

Килешеү граждандарға даими рәүештә түләүһеҙ юридик ярҙам күрһәтеү буйынса саралар үткәреү өсөн мөмкинлек тыуҙырасаҡ.  

Килешеү емешле булһынКилешеү емешле булһын
Килешеү емешле булһын

“Ғаилә һәм бала саҡ донъяһы” күргәҙмә-форумына ярашлы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм Рәсәй юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе араһында килешеү төҙөлдө. Документҡа ведомство етәксеһе Ленара Иванова һәм бүлексә рәйесе Ирина Панькина ҡул ҡуйҙы.

Килешеү нигеҙендә мәғлүмәт, аңлатыу эшмәкәрлеге, хоҡуҡи мәҙәнилек һәм халыҡтың хоҡуҡ белемен күтәреү мәсьәләләрендә хеҙмәттәшлек итеү ята.  Бынан тыш, документ граждандарға даими рәүештә түләүһеҙ юридик ярҙам күрһәтеү буйынса саралар үткәреү өсөн мөмкинлек тыуҙырасаҡ.  Уның нигеҙендә яҡтар берлектә консультациялар, форумдар, семинарҙар, түңәрәк өҫтәлдәр, эшлекле осрашыуҙар  һәм башҡа саралар уҙғарыуҙы планлаштыра. Шул иҫәптән, юридик берләшмәне үҫтереү даирәһендә тәжрибә уртаҡлашыу буйынса берлектәге программалар булдырыу ҡарала.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм Рәсәй юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе   “Айыҡ ауыл”, “Ғаиләне һәм бала саҡты яҡлау –дәүләт һәм йәмғиәттең өҫтөнлөктәре” кеүек сараларҙа, балалы ғаиләләргә юридик ярҙам күрһәтеүҙә  оҙайлы ыңғай тәжрибәгә эйә. Бынан тыш, балалы ғаиләләргә социаль ярҙам мәсьәләләре, шулай уҡ онлайн-ҡабул итеүҙе ойоштороу темаһы ҡуҙғатылды.

Фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас