

Башҡортостанда ҡырҡ ғаилә “Баланы мәктәпкә әҙерлә” акцияһына ярашлы ярҙам алды.
“Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы” төбәк штабы әүҙемселәре Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Был сара күркәм йолаға әүерелде, ул йыл һайын үткәрелә. Төп бурыс – аҙ килемле ишле ғаиләләрҙә үҫкән уҡыусыларҙы мәктәпкә әҙерләү.
18 августан 29 авгусҡа тиклем Өфөлә алты урында мәктәп кәрәк-яраҡтары туплау ойошторолдо. Республикала бөтәһе шундай 25 пункт эшләне. Бөгөн йәш гвардиясылар уларҙы ғаиләләргә илтеүҙе ойошторҙо. Быйыл ярҙамды республикала йәшәгән ҡырҡ уҡыусы аласаҡ. Тәүге бүләктәр Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә йәшәгән ғаиләләргә бирелде.
Ун йәшлек Айҙар Әбделмәнов пакетты ҡыҙыҡһынып ҡарай. “Акция башланыуы тураһында иғлан күреп ҡалғас, мөрәжәғәт итергә булдыҡ. Ғаиләбеҙҙә өс бала, береһе - инвалид, яңғыҙым тәрбиәләйем. Был ярҙамға шатландыҡ, күп балалы ғаиләләрҙә уҡыусыларҙы мәктәпкә әҙерләү ауырға төшә, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты Әлиә Лоҡманова. – Барыһы өсөн ҙур рәхмәт!"
Фото: VK.com