Социаль мәсьәлә
31 Август 2021, 05:07

“Беҙ бер-беребеҙҙе тәрбиәләйбеҙ”

proza.ruproza.ru
Фото:proza.ru

Бына тағы яңы уҡыу йылы яҡынлаша. Артта ҡалған мәктәп йылдары – өлкәндәр өсөн дә иҫтәлекле, ҡәҙерле һәм яуаплы мәл. Бурыстар ҙа, талаптар ҙа яңыра, әммә тәрбиә мәсьәләһе элеккесә көнүҙәк. Өҫтәүенә эпидемиологик хәлдең ҡатмарлылығы белем биреү өлкәһенең эшмәкәрлеген ҡатмарлаштыра. Нисек кенә булмаһын, йәмғиәт бала шәхесен формалаштырыуға көслө йоғонто яһай.

Әгәр ҙә тотош тәрбиә темаһына иғтибарыбыҙҙы йүнәлтһәк, кешеләрҙең ғүмер буйы бер-береһен тәрбиәләүен күрербеҙ. Үҙегеҙҙең тормош юлына ғына күҙ һалығыҙ: ата-әсәйегеҙ һеҙҙе биләүҙән таҙалыҡҡа, ғаиләлә мөнәсәбәт ҡороуға, үҙ-ара аралашыу ҡағиҙәләренә өйрәтә, аҙаҡ тәрбиә барышына коллектив ҡушыла. Балалар ата-әсәне, ҡатын – ирҙе, ир – ҡатынды, педагог уҡыусыларын тәрбиәләй һәм башҡалар.

Психолог Ирина Базан  билдә­ләүенсә, сабый донъяға килеү менән әсә кеше интуитив рәүештә нимә эшләргә кәрәклеген аңлай: ваҡытында ашатырға, йыуындырырға, уйнарға, урамда йөрөтөргә... Йоҡоһоҙ төндәр, үҙеңә ваҡыт етмәүе, өлгөрөп булмауы, арыу-талсығыу – әсәләрҙең һәммәһенә таныш күренештәр. Тик бала үҫкән һайын проблемалар кәмемәй, уның көйһөҙләнеүе, уйынсыҡтарын йыймауы, балалар баҡсаһына бармаҫҡа тырышыуы, тиҫкәреләнеүе ихтимал. Мәктәптә яңы ҡаршылыҡтар, көтөлмәгән хәл-әхүәлдәр тыуып ҡына тора: баланың уҡыуы насарлана, уҡытыусы менән килешә алмай, тыңлашмай... Ни эшләргә? Был һорау ата-әсәнең тормошонда йыш ҡына тыуыуы, борсоуға һалыуы ихтимал. Беҙҙең беребеҙҙе лә баланы үҙаллы нисек үҫтереү, уйланыусан, яуаплы итеп тәрбиәләү кәрәклеге тураһында өйрәтмәнеләр, шуға күрә өлкәндәрҙең ҡаршылыҡтар алдында баҙап ҡалыуы, был осраҡта ғәйепте ҡайҙан эҙләргә кәрәклеген асыҡлай алмауы ғәжәп түгел. Психологтың әйтеүенсә, балаларҙы тәрбиәләү, башҡа һөнәрҙәр кеүек үк, белем талап иткән өлкә. Уға ла билдәле әҙерлек кәрәк. Тик, бер ҡосаҡ китап уҡып та, тәрбиә бирә алмауың бар, сөнки һәр бала үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ холоҡло. Ғалим фекеренсә, педагогик белем өҫтөнә, балаңдың үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, тәрбиәләүҙәге төрлө ысулдарҙы ҡулланыуҙан ҡурҡмаҫҡа кәрәк.

Билдәле педагог А.С. Макаренкоға лекция тамамланғандан һуң баланы нисә йәштән тәрбиәләргә кәрәклеге хаҡында һорау бирәләр. ”Ә һеҙҙең балағыҙға нисә йәш һуң?” – тип һорай унан педагог. ”Биш йәш”, – тип яуаплай тыңлаусы. “Һеҙ биш йылға һуңлағанһығыҙ”, – тип яуаплай педагог. Хәҙерге заман ғалимдары хатта, тәрбиә сабый әсә ҡарынында ятҡанда уҡ башлана, тип иҫәпләй. Әсә менән баланың эмоциональ бәйләнеше, ысынлап та, шул мәлдә үк барлыҡҡа килә, сабый тауышҡа, яҡтылыҡҡа, әсәнең тотошона һиҙгерлек күрһәтә, тип раҫлай Ирина Базан. Ғаилә ҡиммәттәре, ундағы традициялар, ғәҙәттәр, үҙ-ара мөнәсәбәт – һәммәһе лә баланың формалашыуына мотлаҡ тәьҫир итәсәк, күреүегеҙсә, тәрбиә барышы бик ҡатмарлы.

Танылған психолог Людмила Пет­рановскаяның балаларҙы тәрбиәләү тураһындағы фекерҙәренә ҡолаҡ һалайыҡ. ”Ата-әсәләр ни өсөн балаға тәрбиә бирергә тейеш? Уларҙы бәхетле итер өсөнмө?” тигән һорауға ул бындай аңлатма биргән: “Минеңсә, беҙ балаларҙы киләсәктә тормош көтөүҙә  мөмкинлектәре күберәк булһын өсөн тәрбиәләйбеҙ, был саҡта улар үҙҙәрен иреклерәк тоясаҡ. Балаға белем бирәбеҙ икән, уның һайлау мөм­кинлектәре киңәйәсәк. Белеме булмаһа, һайлау мөмкинлектәре сикләнә. Тимәк, беҙ баланы мотлаҡ университетҡа уҡырға инһен өсөн тәрбиәләмәйбеҙ һәм белем бирмәйбеҙ, ә уның киләсәктә  һайлау ирке күберәк булһын өсөн тырышлыҡ һалабыҙ.

Әгәр беҙ бала саҡта унда яҡлан­ғанлыҡ тойғоһо уята алабыҙ икән, оло тормош юлына баҫҡас, улығыҙ йәки ҡыҙығыҙ үҙенең ваҡыты, һәләте, белеме менән үҙаллы идара итә аласаҡ. Әгәр беҙ был мөһим яҡланғанлыҡ тойғоһон биреп еткерә алмайбыҙ икән, ул даими стресс кисерәсәк һәм ғүмеренең бер өлөшөн беҙгә ҡарата дәғүәләрҙе асыҡлауға тотонасаҡ. Һеҙгә бик ябай миҫал: әгәр беҙ баланы саф һауаға йөрөтөргә алып сыҡмайбыҙ, туҡла­ныуҙы дөрөҫ ойоштормайбыҙ икән, һөҙөмтәлә унда рахит сире башланасаҡ һәм мөмкинлектәре сикләнәсәк. Тәрбиәләүҙә лә шулай. Бала тураһында хәстәрлек күрмәйбеҙ икән, уның киләсәккә иркен сикләйбеҙ тигән һүҙ. Иң мөһиме – балағыҙҙы яратығыҙ һәм был тойғоно күрһәтеүҙән тартынмағыҙ”.

Беҙҙеңсә, иң кәрәкле, иң матур теләк әйтелде: ниндәй генә холоҡло, ниндәй генә һәләтле, нисек кенә шаян, үҙ һүҙле булмаһындар, балаларыбыҙҙы яра­тайыҡ һәм һаҡлайыҡ!

Динә АРЫҪЛАНОВА.

Автор:Розалия Абдрафикова
Читайте нас