

Учалы районында, “Сәләмәт ауыл” республика проектына ярашлы, “Вакцина яһаттығыҙмы? Ә һеҙ?” флешмобы үтте.
Яңы коронавирус инфекцияһынан прививка яһатҡан ауыл халҡы үҙҙәренең социаль селтәрҙәрендә #явакцинировался #общийиммунитет хэштегтары менән фотоларын ҡуя.
– Флешмобтың маҡсаты – үҙ өлгөңдә прививка яһатыуҙың мөһимлеген һәм тәьҫирлелеген күрһәтеү. Беҙ вакцина яһатһаҡ, үҙебеҙҙе генә түгел, тирә-яғыбыҙҙағы бөтә кешеләрҙе вирустан яҡлаясаҡбыҙ тигән һүҙ, – ти район советы секретары Зариф Ғарипов. Ул эстафетаны Ахун, Ҡунаҡбай, Поляковка ауыл биләмәләрендә йәшәүселәргә тапшырҙы.
Башланғысты ҡаланың медицина һәм социаль ойошмалары етәкселәре хуплап ҡаршы алды.
– Вакцина – коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәштә иң тәьҫирле ысул. Прививка яһатҡандар, сирләгән осраҡта ла, еңел үткәрә, өҙлөгөүҙәр кисермәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн реанимацияла ятҡандарҙың күпселеге – вакцина ҡаҙатмаған кешеләр, шуға күрә прививка яһатыуҙы оҙаҡҡа һуҙмағыҙ, үҙегеҙҙе вирус йоҡтороуҙан, ҡаты сирҙән һаҡлағыҙ, – ти Учалы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Әлиә Зөлҡәрнәева. Флешмобҡа теләгән һәр кем ҡушыла ала. Бының өсөн социаль селтәрҙәрҙә фотоларығыҙҙы #явакцинировался, #общийиммунитет хештегы менән урынлаштырығыҙ йә иһә фотоғыҙҙы uchaly63@mail.ru электрон адресына ебәрегеҙ.
Динә АРЫҪЛАНОВА.