

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ярҙамында SuperJob спикерҙары республиканың мәшғүллек үҙәктәре хеҙмәткәрҙәре өсөн вебинар ойошторҙо.
Иҫегеҙгә төшәрәбеҙ, берлектәге бындай саралар хеҙмәт ресурстарының сифатын яҡшыртыу буйынса оҙайлы проектты тормошҡа ашырыу тураһында килешеүгә ярашлы үткәрелә.
Онлайн тәртибендәге сара етмеш кешене йыйҙы. Һөнәри йүнәлеш биреү бүлеге белгесе Артем Дорошин сайтта вакансиялар тәҡдим итеү, кандидаттарҙы йәлеп итеү өсөн өҫтәмә ысулдар табыу тураһында һөйләне. Компания вәкиле яраҡлы кадрҙарҙы һайлауҙа ваҡытты ҡыҫҡартыусы тәьҫирле ысулдар хаҡында кәңәштәр бирҙе. Хеҙмәт баҙарында конкурентлыҡҡа һәләтлелекте арттырыу менән бергә профилле белгестәр кимәлен яҡшыртыу кәрәклеге лә әйтелде.
Лекторҙар мәшғүллек үҙәктәре хеҙмәткәрҙәренә резюмеларҙы тикшереү буйынса күнекмәләрҙе яҡшыртыуҙа, уларҙы һайлап алыуҙа ярҙам итә. “Һөҙөмтәлә кадрҙар резервын формалаштырыу һәм профилле учреждениеларҙың эш сифатын яҡшыртыуға мөмкинлек арта”, – ти компания вәкиле Елена Никифорова.
Йыл аҙағына тиклем спикерҙар республика халҡы өсөн даими рәүештә түләүһеҙ онлайн-курстар ойошторасаҡ.
Динә АРЫҪЛАНОВА.