Социаль мәсьәлә
31 Август 2021, 14:00

Хеҙмәттәшебеҙҙе бәләһе менән яңғыҙ ҡалдырмайыҡ

Пенсияның һәр тине иҫәпле: талап ителгән 370 мең һум яңғыҙ ҡатын өсөн күтәрә алмаҫлыҡ сумма. Ә алда көҙгө ямғырҙар, һыуыҡтар башланырға тора...

Хеҙмәттәшебеҙҙе бәләһе менән яңғыҙ ҡалдырмайыҡХеҙмәттәшебеҙҙе бәләһе менән яңғыҙ ҡалдырмайыҡ
Хеҙмәттәшебеҙҙе бәләһе менән яңғыҙ ҡалдырмайыҡ

6 августа Благовар районының Языков ауылында ике фатирлы йорт янған. Ут һүндереүселәр өйҙө һаҡлап алып ҡалған, әммә ҡыйығы тулыһынса юҡҡа сыҡҡан.

Бер фатирҙың хужаһы – элекке хеҙмәттәшебеҙ Зинаида Столярова. Ул “Благоварские вести” гәзите редакцияһында 33 йыл эшләгән. Билдәле, пенсияның һәр бер тине иҫәпле. Ҡыйыҡты тергеҙеү өсөн 370 мең һум талап ителә – яңғыҙ оло ҡатын өсөн күтәрә алмаҫлыҡ сумма.

Алда көҙгө ямғырҙар, һыуыҡтар башланырға тора. Шуға тиклем, бер нәмәгә лә ҡарамайынса, йорт ҡыйығын тергеҙергә кәрәк.

Хөрмәтле хеҙмәттәштәр, әйҙәгеҙ, Зинаида Алексеевнаны бәлә менән яңғыҙ ҡалдырмайыҡ. Күл тамсылап йыйыла: беҙ ҙә шулай бергә тупланып, кәрәкле күләмде йыя алабыҙ. Башҡаларҙың ҡайғыһына битараф булмаған бағыусыларға, эшҡыуарҙарға, мәрхәмәтле кешеләргә лә ярҙам күрһәтеүҙе һорап мөрәжәғәт итәбеҙ.

Зинаида Столярованың йортоноң ҡыйығын эшләү өсөн аҡсаны ошо карта һанына – 6390 0206 9070 7913 87 (Регина Игоревна Столярова), йәки 8 996 579 17 88 телефоны аша күсерергә мөмкин.

Фото: Башҡортостан Журналистар союзы сайты.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас