

Берҙәм ирекмәндәр штабының ҡыҙыу линияһына өлкән йәштәге инәй ярҙам итеүҙе һорап мөрәжәғәт иткән. Ул коронавирустан прививка яһатырға теләгән, тик бер үҙе генә йәшәгәс, ярҙамсыһы булмаған.
Уның әйтеүенсә, ошо мәкерле сирҙән яҡын туғандары вафат булған. Яҙ көнө прививка эшләтеп өлгөрмәгән, сөнки йығылып, аяғын һындырған. Бер нисә айҙан һуң сирҙән һаҡланыу өсөн вакцина яһатырға булған.
“Поликлиника алыҫ түгел, тик ике ҙур юлды аша сығырға кәрәк. Мин таяҡҡа таянып йөрөйөм, аяҡтарым ауырта, шуға күрә ирекмәндәргә мөрәжәғәт иттем”, – ти ул.
Ирекмән Тимур Ғафаров, әбейҙе өйөнән алып, 8-се ҡала поликлиникаһына илткән, анкета тултырырға ярҙам иткән һәм аҙаҡ йортона илтеп ҡуйған. Тимур ирекмәндәр отрядына пандемияның ҡыҙған осоронда уҡ ҡушылған, Зубов ҡасабаһындағы ковид-госпиталдең “ҡыҙыл зона” табиптарын эшкә йөрөткән булған.
“Бик ауыр осор ине, тәүлектең ниндәй осоро булыуына ҡарамаҫтан, табиптарҙы өйҙәренә илтеп ҡуйырға тырыштым. Һаман ирекмәнлек менән шөғөлләнәм, сөнки әле лә күптәргә ярҙам кәрәк”, – ти егет.
Бөгөн ирекмәндәр рәтендә һигеҙ меңдән ашыу кеше иҫәпләнә. Улар өлкәндәргә аҙыҡ-түлек, дарыуҙар ташый, вакцина яһарға ярҙамлаша, тәбиғәт стихиялары эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаша. Һыу баҫҡанда, дауыл ҡупҡанда килеп тыуған ауырлыҡтарҙы еңеүҙә бөтә эштәрҙе башлап йөрөй. Берҙәм ирекмәндәр штабына сәғәт 9-ҙан 18 сәғәткә тиклем 8-800-201-89-03 номеры буйынса шылтыратырға мөмкин.
Динә АРЫҪЛАНОВА.