

Коронавирус инфекцияһын йоҡтороу осраҡтары ла, үлем күрһәткесе лә республикала артыуын дауам итә. Кисәге “рекордтар”, моғайын, күптәрҙе һағайтҡандыр, вакцина яһатыуға саҡырыуҙарҙың юҡҡа ғына булмауын, табиптарҙың хәлен аңларға ярҙам иткәндер.
Бер тәүлектә йәшәүгә өмөтләнгән 15 ауырыуҙы юғалтыу, йәнә 300 кешенең сирҙе йоҡтороуы – бик ауыр хәл. Бөгөн тағы күпме ғаилә ҡайғы кисеререн бер кем дә әлегә белмәй. Шуныһы асыҡ: пандемияны еңмәйенсә, ауырыуҙар ҙа, ҡорбандар ҙа кәмемәйәсәк...
Республикала 1 миллион 111 меңдән ашыу кешенең вакцина яһатыуы билдәле, был – бөтә халыҡтың дүрттән бер өлөшө. Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононованың әйтеүенсә, был һан коллектив иммунитет барлыҡҡа килтереү өсөн етерлек түгел. Уның билдәләүенсә, айырыуса өлкән йәштәгеләрҙе прививкаларға ашығырға кәрәк, сөнки тап ошо йәш категорияһында үлем осраҡтары күп. Тик ни өсөн һаман да булһа күптәр вакцина яһатырға ашыҡмай, был зәхмәттең ҡасан да булһа үҙенә ҡағылырын уйлап та бирмәй?
Мәскәү ҡалаһындағы “Коммунарка” ковид-дауаханаһы баш табибы Денис Проценконың ошо тәңгәлдә прививкаға мәжбүрләүҙең вакцинация идеяһының дәрәжәһен төшөрөүе тураһындағы фекере уйланырға урын ҡалдыра. “Кешеләрҙе беҙ аңлы рәүештә ҡотҡарырға тейешбеҙ, ә ҡурҡытыу юлы менән түгел”. Баш табип был хаҡта “Берҙәм Рәсәй” съезында белдерҙе. “Вакцинация темпын мәжбүр итеп түгел, ә яҡшы аңлатыу эше алып барыу, өгөтләү менән күтәрергә кәрәк. Коронавирустан прививка яһатыуҙан баш тартҡан өсөн эштән бушатыу менән янарға ярамай”, – тип белдерҙе ил башлығы Владимир Путин 24 августа үткән партия съезында. Вакцинаның ысынлап та эшләүен, өҙлөгөүҙәр хәүефен кәметеүен күрһәтергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
Динә АРЫҪЛАНОВА.