Социаль мәсьәлә
31 Августа 2021, 05:11

Мәмерйә рөхсәтһеҙ ингәнде яратмай...

origin-production.wikiwand.comorigin-production.wikiwand.com
Фото:origin-production.wikiwand.com

Мәмерйә, ыуалып ватылырға ғына торған гәлсәр һауыт кеүек, үҙенә бик һаҡсыл ҡараш талап итә. Архангел районындағы Асҡын ауылынан алыҫ булмаған урында Көньяҡ Уралда иң ҙур һаналған боронғо боҙлоҡ бар. Уның 8–11 метр бейеклектәге гигант боҙ сталагмиттары хайран ҡалдыра.

 Бынан бер нисә йыл элек ту­ристарҙың тәртипһеҙ рәүештә мә­мерйәгә ағылыуы һөҙөмтәһендә боҙҙоң ирей башлауы, микрокли­маттың боҙолоуы күҙәтелгән. Бынан һуң унда үҙаллы йөрөүҙе тыйғандар.

– Ҡар батшалығын күрергә телә­һәгеҙ, ҡәтғи ҡағиҙәләрҙе үтәүгә әҙер булығыҙ. Экскурсия төркөмөндә ундан  да күберәк кеше булырға тейеш түгел. Был мәмерйәлә боҙлоҡто тейешле температурала һаҡлау өсөн кәрәк. Унда барыр алдынан бронь алырға тейешһегеҙ. Юлдың бер өлөшөн йәйәү үтергә тура килә, ул алты йәштән ҙурыраҡ балаларға ла еңел бирелә. Ысын күңелдән барығыҙҙың да мәмерйәне барып күреүен теләйем, – ти Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай вице-спикеры Эльвира Айытҡолова.

Парламентарий мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн проектты тормошҡа ашырыу буйынса мәмер­йәнең әҙерлеге менән танышты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыраҡ Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе тәҡдим иткән “Асҡын боҙ мәмерйәһе: бар кеше өсөн дә асыҡ маршрут” проекты Президент гранттары конкурсы еңеүселәренең береһе булды. Тиҙҙән Асҡын боҙ мәмерйәһенә экскурсияларға психоневрология учреждениеларында һәм йорт-интернат­тарҙа тәрбиәләнеүселәр өсөн юл асыҡ буласаҡ. Элегерәк бында ҡарауыл­сылар өсөн йорт, лапаҫтар, турист туҡталҡаларында бәҙрәфтәр, “беседка” төҙөлгәйне. Шулай уҡ мәмерйә эсендә баҫҡыстар урынлаштырылған, майҙансыҡ булдырылған, яҡтыртыу үткәрелгән.

– Тиҙҙән мәмерйәгә күтәрелеү өсөн баҫҡыстар төҙөй башлаясаҡбыҙ, –ти Рәсәй география йәмғиәте ағзаһы Гүзәл Хәмитова. – Грантҡа ярашлы бөтә эштәр йыл аҙағына тиклем тамамланасаҡ. Сәләмәтлек мөмкин­лектәре сикләнгәндәр өсөн мәмерйәгә сәйәхәттәр психологик ярҙам күрһә­тәсәк, психоневрология интернаттары пациенттарының тормошто танып-белеүсәнлеге артасаҡ.

Һаулыҡ мөмкинлектәре сиклән­гәндәр өсөн турист объекты асыу идеяһы Дөйөм Рәсәй “Хәстәрлек төбәге” халыҡ фронты проекты авторы һәм хоспистарға ярҙам күрһәтеүсе “Вера” хәйриә фондын ойоштороусы Нюта Федермессерҙыҡы. Проектты Башҡортостан Хөкүмәте хупланы.

– Туризмдың был йүнәлеше үҙен­сәлекле. ”Асыҡ мөхит”те ойоштор­ғанда, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр йыл әйләнәһенә Асҡын боҙ мәмерйәһенә сәйәхәт ҡыла аласаҡ. Ул республикала социаль яраҡлаштырылған тәүге тәбиғәт объекты буласаҡ, – ти Эльвира Айыт­ҡолова. Депутат интернетта мәмерйәгә инеү ҡағиҙәләре тураһында һөйләгән видео ла урынлаштырған.

Асҡын боҙ мәмерйәһе – республика халҡының яратҡан урындарының береһе, быға Инстаграм селтәрендәге #ВыбирайБашкортостан флешмобы дәлил. Уны блогер, Оло Көньяҡ Урал һуҡмағына нигеҙ һалыусы Рәйес Ғәбитов ойошторған. Ял һәм сәйә­хәттәр өсөн популяр урындар исемлегендә шулай уҡ Шүлгәнташ, Ар ташы, Күк ҡарауыҡ шарлауығы, Торатау шиханы һәм башҡалар бар.

“Мөмкинлек булғанда, ғаиләбеҙ менән сәйәхәт итәбеҙ. Айырыуса йәй көндәрендә. Яңы хис-тойғо, яңы урындар балаларҙың ҡарашын киңәйтә, үҫтерә, балалар яңы шарттарға тиҙерәк яраҡлаша”, – тип иҫәпләй Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Зарина Ғәзизова.

“Бында барыһы ла ысын: һауа, һыу, ағастар, хатта йөрәк тибеше... Тормош”, – тип һүрәтләгән Ғәҙелша шарлауығын Сибай хакимиәте баш­лығы Рөстәм Афзалов. Ул шарла­уыҡтың тирә-яғын “көс биреүсе урын” тип атаған.

“Республикамды сикһеҙ яратам. Башҡортостанда тыуыуым, үҫеүем һәм хеҙмәт итеүем менән ғорурланам”, – тип яҙа үҙенең аккаунтында Өфө ҡалаһынан Лилиә Хәкимова һәм Ҡорғаҙаҡҡа саҡыра. Был минераль сығанаҡ Салауат районы биләмәһендә урынлашҡан, “Янғантау” республика заказнигына инә, Башҡортостан тәбиғәтенең гидрологик ҡомартҡыһы булып тора.

Ысынлап та, #ВыбирайБашкортостан онлайн-флешмобы республикала ял өсөн урындарҙың күплеген күр­һәтте. Ғөмүмән, сара ҙур популярлыҡ яуланы. Туристарға уңайлы булһын өсөн, туризм-рб.рф сайтында ял урындарының аныҡ GPS-координаттары менән баннерҙар урынлаштырыла.

Динә АРЫҪЛАНОВА.

Читайте нас