Социаль мәсьәлә
2 Сентябрь 2021, 07:00

Киләһе йылда әсәлек капиталы арта

Уның күләме нисә һум булыр?

Киләһе йылда әсәлек капиталы артаКиләһе йылда әсәлек капиталы арта
Киләһе йылда әсәлек капиталы арта

Киләһе йылда әсәлек капиталының күләме арта. Беренсе бала өсөн 503 мең һум булһа, икенсе балаға 665 мең һум тәшкил итәсәк. Был турала Көнсығыш иҡтисади форумында Рәсәйҙең хеҙмәт министры Антон Котяков белдерҙе.

Министр һүҙҙәренә ҡараһаң, Пенсия фонды бюджеты проекты әсәлек капиталын индексациялауҙы күҙаллай.

– 2022 йылда әсәлек капиталы беренсе бала өсөн 503237 һум һәм икенсе бала өсөн 665009 һум тәшкил итәсәк. Әгәр ғаилә быға тиклем беренсе бала өсөн капитал алған булһа, икенсе балалары өсөн өҫтәмә түләү 161772 һум тәшкил итәсәк, – тине Антон Котяков.

Быйылғы 1 ғинуарҙан әсәлек капиталы беренсе бала өсөн 483,8 мең һәм һәм икенсеһе өсөн 639, 4 мең һум ине.

 

Фото: консультации-юриста.рф

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас