Социаль мәсьәлә
2 Сентябрь 2021, 08:00

Әсә сабыйҙарын ҡайтарырға тырышасаҡ

Йорттоң асыҡ тәҙрәһенән ергә ҡолаған өс йәшлек ҡыҙҙы һәм уның артынан саҡ осоп төшмәгән 11 айлыҡ малайҙы ваҡытлыса Сабыйҙар йортона урынлаштырғандар.

Әсә сабыйҙарын ҡайтарырға тырышасаҡӘсә сабыйҙарын ҡайтарырға тырышасаҡ
Әсә сабыйҙарын ҡайтарырға тырышасаҡ

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң асыҡ тәҙрәһенән ергә ҡолаған өс йәшлек ҡыҙҙы һәм уның артынан саҡ осоп төшмәгән 11 айлыҡ малайҙы ваҡытлыса Аврора урамындағы Сабыйҙар йортона урынлаштырғандар. Опека органдары шундай ҡарарға килгән.

Әсә бындай көтөлмәгән хәлдән аптырашта, ул нисек тә сабыйҙарын өйөнә кире алып ҡайтырға тырышасаҡ, тиҙәр. Уның социаль хеҙмәттәр иҫәбендә тормауы билдәле, әйтеүҙәренсә, ғаиләһе яҡшылар рәтендә булған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был күңелһеҙ хәл 29 августа булды. Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, балалар өйҙә әсәһе менән бергә була. Әсә йоҡлай, ә сабыйҙар тәҙрә тупһаһында уйнай. Ҡыҙ беренсе ҡат тәҙрәһенән осоп төшә, ә ҡустыһы саҡ ҡына өлгөрмәй ҡала, үтеп барыусылар күреп ҡалып, уны фажиғәнән аралай.

 

Фото: samaraonline24.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас