

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса райондың Аҡъюл һәм Бәләкәй Арыҫланғол ауылдарында сымлы элемтә микростанциялары урынлаштырылды. Был ҡорамалдар урындағы халыҡҡа үтә тиҙ кәрәк булған ярҙамды саҡырыу, мобиль интернеттан файҙаланыу мөмкинлеген бирә. Оҙаҡламай бындай станциялар Хәйбулла районының Ураҙбай, Аҡназар, Үрнәк, Һаҡмар-Наҙарғол, Оло Арыҫланғол ауылдарына ла ҡуйыласаҡ.
“Урман янғындарына бәйле, республика Башлығы Хәйбулла районының ете ауылында эелемтә булмауы мәсьәләһен хәл итергә ҡушты, мобиль операторҙар менән берлектә бәләкәй ҡаүәтле станциялар урынлаштырырға ҡарар иттек, был – мәсьәләне иң тиҙ хәл итеү юлы, – тине Башҡортостандың дәүләт идараһын һанлы үҫтереү министры Геннадий Разумикин.
Фото: “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзите сайтынан.