

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яңы пост яҙҙы.
“Өлкән йәштәге яңғыҙ һәм даими ҡарауҙа мохтаж кешеләр йәшәгән дәүләт учреждениелары башлыса әллә ҡасан төҙөлгән, биналар иҫкергән. Мәҫәлән, Благовещен интернаты 1936 йылда, 85 йыл элек асылған, тәүҙә Ветерандар йорто булған. Был хәлде төҙәтеү, социаль тәғәйенләнештәге объекттарҙы яңыртыу маҡсатында үҙебеҙҙең республика программаһын булдырҙыҡ һәм, планға ярашлы, уның буйынса эшләйбеҙ. Федераль проекттарҙа ла ҡатнашабыҙ.
Һәм беҙҙең команданың берҙәм эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә һуңғы 15 йыл эсендә беренсе тапҡыр республика социаль объекттар төҙөү өсөн федераль бюджеттан “Демография” милли проектының “Өлкән быуын” федераль проекты буйынса 620,5 миллион һум аҡса аласаҡ. Беренсе ҡарлуғастар – яңы корпустар Өфөлә “Именлек” республика геронтология үҙәгендә һәм Благовещен психоневрология интернатында барлыҡҡа киләсәк. Был объекттарға проект документтары бар, ул раҫланған, 2022 йылда эшләй башлаясаҡбыҙ. Бының менән генә туҡтамаясаҡбыҙ, артабан да социаль объекттарҙы яңыртыуҙы, төҙөүҙе, матди-техник базаны хәстәрләүҙе дауам итәсәкбеҙ”, – тип яҙҙы республика Башлығы.
Фото: https://vk.com/radiyhabirov