

Дәүләкән ҡалаһында йәшәгән өлгөлө, матур башҡорт ғаиләһе – Гөлназ һәм Айнур Ҡорманаевтар бала табыу йортонан унынсы бәпестәрен алып ҡайтты. Ошо айҡанлы улар бик кешеләрҙән, туғандарынан, дуҫтарынан ҡотлауҙар ҡабул итте. Ҡорманаевтарға Дәүләкән районы хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов та ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
“Беҙҙең районда һигеҙ, туғыҙ, хатта ун бала тәрбиәләгән ғаиләләр бар! Был бик яҡшы! Айырыуса ундай ғаиләләр башҡаларға өлгө лә булһа, тағы ла һәйбәт. Гөлназ менән Айнур Ҡорманаевтарҙың ғаиләһендә унынсы сабый тыуҙы. Ғаиләне шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотлайбыҙ! Һаулыҡ һеҙгә!” – тип яҙҙы Илгиз Фәнил улы социаль селтәрҙәге ҡотлау сәләмендә.
“Гөлназ һәм Айнурҙың ғаиләһе менән "Башҡортостан ҡыҙы" журналына мәҡәлә әҙерләгәндә таныштым. Гөлназдың һәр балаһының нимә яратҡанын иҫәпкә алып, бер юлы төрлө ризыҡ әҙерләүенә, ҡайһы бер балаларын гимнастика менән футболға Өфөгә түңәрәктәргә йөрөтөүҙәренә һоҡланғайным. Бынан тыш, Гөлназ эшҡыуарлыҡ, йәмәғәт эштәре һәм сәйәсәт менән дә шөғөлләнә. Егәрле, рухлы ғаилә, күҙ теймәһен!” – тип Ҡорманаевтар ғаиләһе тураһында фекере менән уртаҡлашты журналист Гөлнара Хәлфетдинова.
Фото: социаль селтәрҙән.