Башҡортостан
+14 °С
Облачно
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
15 Сентябрь , 12:00

Сираттағы бәйге башлана

Мәғлүм булыуынса, былтыр конкурс халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, муниципалитеттар араһында унда ҡатнашыу буйынса әүҙем эштәр алып барылды. Әйткәндәй, 2020 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары менән конкурстың приз фонды ун тапҡырға арттырылғайны.

Сираттағы бәйге башлана

Башҡортостанда  “Айыҡ ауыл −2021” республика конкурсы башлана.

16 сентябрҙә, 14.00 сәғәттә республиканың Хөкүмәт йортонда ойоштороу комитетының ултырышы була. Ҡатнашыусылары: Башҡортостан Хөкүмәтенең премьер-министр урынбаҫары, һаулыҡ һаҡлау министры, ойоштороу комитеты рәйесе М.В. Забелин, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары,  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, ойоштороу комитеты рәйесе урынбаҫары Э. Р. Айытҡолова, республиканың  ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Л.Х. Иванова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Ғ. М. Яҡупов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, арҙаҡлы табип-генетик, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы, медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Дәүләт думаһының 5-се һәм 6-сы саҡырылыш депутаты, билдәле йәмәғәт эшмәкәре С. Ш. Мырҙабаева,  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, БДМУ  профессоры,  микробиолог, медицина фәндәре докторы, М. М Тойғонов, төрлө ведомстволар һәм ойошмалар вәкилдәре ҡатнаша.


Мәғлүм булыуынса, былтыр конкурс халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, муниципалитеттар араһында унда ҡатнашыу буйынса әүҙем эштәр алып барылды. Әйткәндәй, 2020 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡарары менән конкурстың приз фонды ун тапҡырға арттырылғайны.


“Айыҡ ауыл — 2021" республика конкурсы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс), Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары һәм башҡа ведомстволар ҡатнашлығында ойошторола. Бәйге саралары респубика Башлығы гранты саралары иҫәбенә үткәрелә.
Конкурс республика өсөн яңылыҡ түгел: бынан бер нисә йыл элек йәмәғәт ойошмалары башлап ебәргән сара ошо йылдар эсендә үҙен һөҙөмтәле һәм ыңғай башланғыс итеп танытты, кешеләрҙә ҡыҙыҡһыныу һәм дәрт-дарман, хуплау уятты. Бәйгенең маҡсаты бер: кешеләрҙең күңелендә үҙенең һәм яҡындарының сәләмәтлегенә ҡарата иғтибар тыуҙырыу, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, ауылдарҙа эскелеккә ҡаршы көрәш ойоштороу, аңлатыу эштәре алып барыу.


Атап әйткәндә, «Айыҡ ауыл» конкурсы республикала 2011 йылдан алып үткәрелә. 2019 йылдың июленән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән ул ҡабаттан тергеҙелде.
Былтыр бәйге тағы ла күберәк ауылдарҙы йәлеп итте: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы мәғлүмәттәре буйынса, йәмғеһе 2114 ғариза ҡабул ителгән, конкурста республиканың 54 районы ла ҡатнашҡан. Проектта ҡатнашыуға сәләмәт тормош рәүешен пропагандалаусы журналистар, эстрада йондоҙҙары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре йәлеп ителә. Урындағы һәм дәүләт власы органдары иһә уның һөҙөмтәләре буйынса төрлө ҡануни акттар, башҡа документтар тәҡдим итә.
“Айыҡ ауыл” конкурсына ғаризалар 16 сентябрҙән ҡабул ителә башлай. Бәйгелә ҡатнашырға дәғүә итеүселәр алкоголизм менән көрәшеүгә нигеҙләнгән саралар үткәрергә, аңлатыу эштәре алып барырға тейеш. Конкурстың тәүге этабына һөҙөмтәне муниципаль райондағы ойоштороу комитеты презентация материалдарына нигеҙләнеп яһай.

2019  йылда конкурста ҡатнашырға ғаризаны республикалағы 464 ауыл биргән. 2020  йылда –  2 114. Еңеүселәр  аҡсалата бүләк алды, ул ауылдарҙы төҙөкләндереүгә тотоноласаҡ. Һәр категорияла өсәр урын билдәләнде, һәр ҡайһыһында беренсе урын яулағандар –   5 миллион, икенсе урынға – 3 миллион, өсөнсө урын алғандар 2 миллион һумлыҡ сертификаттар менән билдәләнде.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева