

Башҡортостандың Электр-һатыу компанияһы хәйриә акцияһы нигеҙендә “Торнаҡай” психологик-педагогик, медицина һәм социаль ярҙам үҙәгенә сенсорлы ҡорамал тапшырҙы. Был аппарат үҙенсәлекле балаларҙы физик һәм социаль йәһәттән үҫтереүгә, уларға тәнен тойорға ярҙам итәсәк.
Ҡорамал шулай уҡ уҡытыусыларға хәрәкәт системаһында ауырлыҡтары булған, церебраль фалижтың еңел төрөнән, гиперәүҙемлектән, ҡуҙғыусанлыҡтан яфаланған балаларҙы уҡытыу барышында ярҙам итеүгә тәғәйенләнгән.
Үҙәк 1997 йылда Өфө ҡалаһы хакимиәте тарафынан балалар енәйәтен иҫкәртеү һәм бәлиғ булмағандар араһында тәртип боҙоуҙарға юл ҡуймау маҡсатында булдырылған. Уның уҡытыусы-дефектологы Гүзәл Ибраева төркөм күнекмәләре уҙғарыу тураһында һөйләне.
"Ҡорамалды беҙ шунда уҡ ҡулланмайбыҙ, мәҫәлән, күнекмә аҙағында вестибуляр аппаратты үҫтереүгә, хәрәкәтте көйләүгә йүнәлтелгән уйындар үткәрәбеҙ, шул саҡта платформаларҙың береһен файҙаланабыҙ, балалар сират буйынса шөғөлләнә", – тине ул.
Даниэлдең әсәһе Алһыу һөйләүенсә, уның улы сентябрь башынан был ҡорамалда шөғөлләнә башлаған. Улар өс йыл элек үҙәккә “телмәр тотҡарлығы” диагнозы менән килгән, хәҙер бала һөйләшә.
Бүлмәне асыу тантанаһына “ЭСКБ” йәмғиәтенең генераль директоры Алексей Травкин, VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев ҡатнашты.
– “ЭСКБ” йәмғиәтенең үҙәккә, ҡалаға ярҙам күрһәтеүе, үҫеп килгән быуынды хәстәрләүе ҡыуаныслы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай ярҙам кәрәккән балалар арта, ә ҡала бюджеты үлсәмһеҙ түгел, өҫтәүенә башҡа социаль проекттар ҙа бар. Шуға ла әлеге ярҙам ҙур хуплауға лайыҡ", – тине Павел Качкаев.
Алексей Травкин белдереүенсә, был беренсе ярҙам ғына түгел икән, компанияның мәрхәмәтлек программаһы бар, ул йыл да раҫланып килә. Йәмғиәт ошондай сенсор бүлмәләрҙе йыл да аса: 2019 йылда – ике, быйыл иһә – дүрт объект. Мәҫәлән, мартта Стәрлебаш коррекция мәктәп-интернатында сенсор бүлмәһен асыу сараһы булған.
Фото: "Торнаҡай" үҙәге.