

Башҡортостан, пилот төбәктәрҙең береһе булараҡ, Милли социаль башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуға уңышлы ҡушылды. Был хаҡта республиканың стратегик аудит төркөмө етәксеһе Юлия Вострикова Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән Милли социаль башланғыс механизмдарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә хәбәр итте.
Билдәле булыуынса, 2020 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин Стратегик башланғыстар агентлығына төбәктәрҙә Милли социаль башланғыс механизмдарын эшләргә һәм һынап ҡарарға ҡушты. Был халыҡҡа социаль өлкәлә хеҙмәттәр күрһәтеүҙә ҡаршылыҡтарҙы асыҡларға һәм бөтөрөргә, социаль учреждениеларҙағы эштең йоғонтололоғон күтәрергә ярҙам итәсәк. Өҫтәүенә халыҡтың тормош сифаты буйынса төбәктәр рейтингын булдырырға, тәжрибә уртаҡлашырға булышасаҡ.
Башҡортостан Милли социаль башланғыс механизмдарын айырым тормош ваҡиғалары миҫалында һынаған биш пилот төбәге иҫәбенә инә.
– Аңлауымса, Милли социаль башланғыс – һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә, эш менән тәьмин итеүгә, социаль яҡлауға һәм белемгә ихтыяжды тормошҡа ашырыуға бәйләнгән кеше бәхете индексы, уның тормош сифаты, – тине Радий Хәбиров.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Юрий Мельников Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларында Милли социаль башланғыстарға ярашлы “Хеҙмәт баҙары һәм мәшғүллеккә булышлыҡ” йүнәлеше буйынса эш барыуы хаҡында һөйләне. Белгестәр әҙерләгән юл картаһы мәшғүллек хеҙмәттәре сифатын яҡшыртыуға, ҡатмарлылыҡтарҙы еңеләйтеүгә йүнәлтелгән.
"Августа Башҡортостан командаһы “Архипелаг 2021” проект-мәғариф интенсивының һуңғы этабында ҡатнашты, – тине Юрий Мельников. – Беҙ социалләшеү мәсьәләләре буйынса проекттар менән сығыш яһаныҡ, шул иҫәптән мәктәптә иртә һөнәри белем биреү йүнәлеше, аутистик тайпылыштары булған балаларҙы хеҙмәт процесына йәлеп итеү буйынса".
“Архипелаг 2021” интенсивындағы эш һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостан командаһы “Төбәк йәшәү өсөн” номинацияһында беренсе урынды яуланы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты