

16 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Һуғыш балалары сәғәте” кисә-осрашыуында ҡатнашты. “Родина” кинотеатрына Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыуған өлкәндәр, шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары, министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре йыйылғайны.
Осрашыуҙың башында республика етәксеһе быйыл һуғыш балалары статусының төбәк кимәлендә закондар менән нығытылыуын билдәләне. Әле халыҡтың был категорияһына ҙур булмаған ярҙам күрһәтелде. Ошо маҡсатҡа Башҡортостан бюджетынан 189 миллион һум аҡса бүленде.
– Коронавирус сире бер ҡайҙа ла китмәне, шуға күрә һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ. Сикләүҙәр булмаһа, вакцина яһатырға кәрәк. Мәғлүм булыуынса, беҙҙә реанимация бүлектәрендә йәки ИВЛ аппараттарында ятҡандар араһында привика яһатҡан пациенттар, улар араһында үлем осраҡтары юҡ. Әлбиттә, ауырыуҙы йоҡторған кешеләр бар, ләкин улар сирҙе еңел үткәрә. Һуғыш балалары статусына ярашлы, һеҙгә медицина ярҙамы сираттан тыш күрһәтелә, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙҙең бала сағығыҙ булмаған да тиерлек. Бөтә ил менән ауыр һынауҙарҙы үткәргәнһегеҙ: баҫыуҙа, оҫтаханаларҙа, заводтарҙа эшләгәнһегеҙ. Тап һеҙ - иҡтисадыбыҙға нигеҙ һалған кешеләр. Бының өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт!
Артабан Башҡортостан Башлығы һуғыш балалар менән аралашты, улырҙың башланғыстары, тәҡдимдәре тураһында фекер алышты, һорауҙарға яуап бирҙе. Атап әйткәндә, ул августа Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашыуҙа һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары өсөн яңы заманса дауалау учреждениеһы төҙөүгә булышлыҡ итеү үтенесе менән мөрәжәғәт итеүе хаҡында һөйләне. – Беҙҙең ветерандар госпитале заман талаптарына яуап бирмәгән һәм пациенттарҙы тейешле күләмдә ҡабул итеү мөмкинлеге булмаған иҫке бинала урынлашҡайны. Беҙ поликлиникалы ҙур заманса дауахана төҙөргә ҡарар иттек. Объектты 2022 йылда проектлай башлайбыҙ, төҙөлөшкә өс йыл китәсәк.
Өфөнөң Киров районы ветерандар советы рәйесе Марс Әбдиев Республика йорто янындағы Ленин исемендәге паркка әүәлге атамаһын (Александр Матросов исемендәге парк) кире ҡайтарырға тәҡдим итте. Ул шулай уҡ республика етәксеһәнән Бөйөк Ватан һуғышының уның ғаилә ағзаларына ҡағылышы тураһында һөйләүен үтенде.
– Олатайым Ғәбделбарый Латип улы Хәбиров 1941 – 1945 йылдарҙа һуғышта булған, уны Монголияла тамамлаған, яраланып ҡайтҡан. Атайымдың туғандары һәләк булған. Минеңсә, бында ғаиләһендә үҙ батырҙары булмаған бер кеше лә юҡтыр, – тине Радий Хәбиров. – Парктың атамаһын үҙгәртеү тәҡдименә килгәндә, ҡала халҡы менн кәңәшләшергә, уның фекерен белергә кәрәктер.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ киләһе йыл Өфөнөң Совет майҙанында реконструкцияны тамамлау һәм унда Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыу тураһында һөйләне.
Осрашыуҙа һуғыш балалары статусын алған кешеләр өсөн йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү мәсьәләһен күтәрҙеләр. Башҡортостан Башлығы, был мәсьәләне ентекле уйларға кәрәк, тип белдерҙе.
– Һуғыш балалары тураһындағы закон проектын тикшергәндә бындай тәҡдим булғайны. Әммә коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә бюджеттан сығым күп булыу арҡаһында ул ҡарарҙы ҡабул итеү мөмкинлеге булманы, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ әлеге мәсьәләгә мотлаҡ әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ.
Республика Башлығы төбәктә “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” проектының тормошоҡа ашырылыуын да телгә алды. Программаның ҙур танылыу яулауын, ул ғәмәлгә индерелгәндән алып пенсионерҙарҙың республика буйлап сәйәхәт итеүен билдәләне.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, ветерандар ойошмалары аша өлкәндәрҙең финанс белемен арттырырға кәрәк. Пенсионерҙар союзының төбәк бүлексәһе урынбаҫары Марат Әҡбәров пенсионерҙарҙы уҡытыу өсөн айырым бина бүлеүҙә төбәк етәксеһәнән ярҙам һораны. Башҡортостан Башлығы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына был мәсьәләне тикшереп, өлкәндәрҙе уҡытҡан һәм бинаға мохтаж булған йәмәғәт ойошмалары исемлеген тәҡдим итергә ҡушты.
Осрашыу аҙағында төбәк етәксеһе баш ҡала халҡына “Һуғыш балалары” таныҡлығын тапшырҙы.
– Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәтегеҙ, республикабыҙ һәм ил үҫешенә тос өлөш индергән өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ теләйем, – тине ул.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/145502.html
Сығанаҡ: glavarb.ru