Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
22 Сентябрь 2021, 15:00

Страховка пенсияһы күпмегә индексацияланасаҡ?

 2022 йылда страховка пенсияларын индексациялау 5,9 процент тәшкил итәсәк

Страховка пенсияһы күпмегә индексацияланасаҡ?
Страховка пенсияһы күпмегә индексацияланасаҡ?

 2022 йылда страховка пенсияларын индексациялау 5,9 процент тәшкил итәсәк. Был хаҡта Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау  министры Антон Котяков  аңлатма биргән.  Ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһын индексациялау эшләмәгән пенсионерҙар өсөн йыллыҡ инфляциянан юғары  кимәлдә буласаҡ.

“Иҡтисади үҫеш  министрлығы күҙаллауҙарына ҡарағанда,  йыллыҡ инфляция 5,8 процент тәшкил итәсәк. Шуны иҫәпкә алып, 2022 йылда планлаштырылған индексация өс йыллыҡ бюджет  дәүмәлдәрендә ҡаласаҡ – 5,9 процент кимәлендә,” – тине Антон Котяков.

Уның әйтеүенсә, ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһы күләме эшләмәүсе пенсионер өсөн киләһе йылда – 18 521 һум, 2023 йылда – 19 477 һум, 2024 йылда 20 469 һум тәшкил итәсәк.

Ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияларын индексациялау йыл һайын 1 ғинуарҙа үткәрелә. 2021 йылда пенсияның күләме 16 789 һум тәшкил итә.

 

Фото:Tambov.mk.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: