Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
22 Сентябрь 2021, 17:00

Йылылыҡ буйынса колл-үҙәк эш башланы

Өфөләр үҙҙәренең дәғүәләрен ошо телефон буйынса белдерә ала: 8  (347) 277 -09 -11.

Йылылыҡ буйынса колл-үҙәк эш башланы
Йылылыҡ буйынса колл-үҙәк эш башланы

Бөгөн Өфөлә йылылыҡ менән хәлде күҙәтеү буйынса колл-үҙәк эшләй башланы. Өфөләр үҙҙәренең дәғүәләрен ошо телефон буйынса белдерә ала: 8  (347) 277 -09 -11.

23 сентябрҙән мөрәжәғәттәрҙе Өфө ҡала хакимиәте ҡабул итә башлаясаҡ. Әлегә баш ҡала  хакимиәте йорттарға ҡасан йылы биреү мәсьәләһен хәл итмәгән. Законға ярашлы, йылылыҡ фатирҙарға уртаса һауа температураһы биш тәүлек дауамында 8 градустан түбән булғанда бирелә. Әлегә ауырымау өсөн  барыбыҙға ла йылыраҡ кейенергә, санитария ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә тырышырға кәрәк.

Фото:termomig.ru

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: