Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
23 Сентябрь , 12:30

“Йыл ғаиләһе”ндә кем еңде?

Башҡортостан  данын биш номинацияла биш ғаилә яҡланы.

“Йыл ғаиләһе”ндә кем еңде?

Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй “Ғаилә йылы” конкурсына йомғаҡ яһалды. “Минең ғаиләм – минең Рәсәйем” тип аталған конкурс алтынсы тапҡыр үткәрелә. Башҡортостан  данын биш номинацияла биш ғаилә яҡланы.

Мәләүез районынан Мәхмүтовтар ғаиләһе (“Алтын ғаилә” номинацияһында), Краснокама районынан  Дербеневтар ғаиләһе (“Күп балалы ғаилә”), Салауат районынан  Хәйрисламовтар ғаиләһе (“Йәш ғаилә”), Бишбүләк районынан Сираевтар ғаиләһе (“Ауыл ғаиләһе”), Өфө районынан Мәхмүтовтар ғаиләһе (“Ғаилә–традицияларҙы һаҡлаусы”) еңеү яулау өсөн көрәште. Бөтә Рәсәй конкурсында илдең 85 төбәгенән 366 ғаилә ҡатнашты. 85-е конкурста еңеүсе тип табылды, шуларҙың береһе – Хәйрисламовтар.

Ирина һәм Айбулат бынан ун йыл элек ғаилә ҡора. Икеһе лә тырышлыҡтары, маҡсатҡа ынтылыусан булыуҙары менән күптәргә өлгө. Ғаилә башлығы бизнес менән шөғөлләнә,  хәләл ефете рус теле һәм әҙәбиәтенән балаларға белем бирә.  Ике бала тәрбиәләйҙәр.  Беҙ уларҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ, именлек һәм һаулыҡ теләйбеҙ.

“Йыл ғаиләһе” конкурсын йомғаҡлауға арналған сара, эпидемиологик хәл менән бәйле ”Роспотребнадзор” тәҡдимдәрен иҫәпкә алып,  ноябрь айында үткәреләсәк. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Милли китап – йылъяҙма донъя күрәсәк.

Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова