

Зөһрә Әхмәҙиева менән осраҡлы ғына танышып киттем. Уның ике туған апаһы менән элекке күршеләрбеҙ, аралашып торабыҙ.
Бер һөйләшкәндә: “Беҙҙә берәй етешһеҙлекте тиҙ генә күрә һалып әрләйҙәр, тәнҡитләйҙәр, ә яҡшы ғәмәлдәр шулай тейеш кеүек күләгәлә ҡала. Бына ауыр тормош хәленә тарыған туғанымдың ғаиләһенә туғандар ҙа, табиптар ҙа, мәғариф хеҙмәткәрҙәре лә ярҙам итеп тора”, – тине.
Зөһрә Ишбирҙе ҡыҙы Балаҡатай районының Яңы Балаҡатай ауылында йәшәй, ире вафат булған, яңғыҙы өс бала үҫтерә. Өлкән ҡыҙы Зарина Бөрөлә Башҡорт дәүләт университетында бер юлы ике факультетта – дизайн һәм иҡтисад йүнәлештәрендә – һөнәр үҙләштерә. Улы Марсель Яңы Балаҡатай мәктәбендә X класта белем ала. Туғыҙ йәшлек кинйә малай Морат – әле беренсе өҫтәмә класта (ул ике йыллыҡ программа буйынса уҡый). Түңәрәк кенә донъяңа ҡыуанып йәшә лә бит, тормош гел ал да гөл бармай, яҙмыш һинең алдыңа төрлө һынауҙарын ебәреп тора шул. Күп балалы әсә лә тыумыштан һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән төпсөк балаһын даими ҡурсалап-хәстәрләп торорға мәжбүр.
Ҡыйғы районының Алағуз ауылында ғаиләләге һигеҙ ҡыҙ араһында үҫкән ул. Атайҙары вафат булғас, әсәһе яңғыҙы тәрбиәләгән уларҙы. Бер аҙҙан күрше Балаҡатай районына күсенәләр. Зөһрә мәктәпте шунда тамамлай.
Артабан ҡыҙ Башҡорт дәүләт университетының математика факультетына уҡырға инә. Хеҙмәт юлын Өфөлә уҡытыусы, социаль педагог булып башлай. Кейәүгә сығып, ике балалары тыуғас, ире менән Себергә эшкә китәләр. Ҡабат Башҡортостанға ҡайтып, баш ҡалала бер аҙ йәшәгәс, йәнә Балаҡатайға юлланалар.
Үрҙә әйткәнемсә, яҙмыш һин теләгәнсә генә яҙылмай. Ғаилә башлығы мәрхүм була. Зөһрә өс бала менән тороп ҡала. Ҡуртымға йорт алып йәшәргә тура килә. Биш йыл элек яңы биҫтәлә ер биләмәһе бирәләр-биреүен, әммә яңғыҙ ҡатынға өй һалыуы еңелдән түгел бит. Шулай ҙа был торлаҡта ҡышҡыһын түҙеп торғоһоҙ һыуыҡ булғас, сит кешегә түләп тә торғансы, уңған ҡатын туғандары ярҙамында бер йылда үҙенең йортон төҙөп, былтыр декабрҙә күсеп тә сыға.
Әйтеүе генә еңел, үҙемдең мөйөшөм тип. Район үҙәгенән биш саҡрымдай алыҫлыҡта ҡола яланда тиерлек ултырған “Туғыҙынсы йома” тип аталған ерҙә асфальт юл да юҡ, ҡаралтылар газға ла тоташтырылмаған. Ярай әле ут бар, тик электр менән йылытыу ҡиммәткә төшә – айына һигеҙ мең һум тирәһе түләргә тура килә. 11 өй һалына башлаған, һигеҙендә кеше йәшәй, башлыса – йәш ғаиләләр.
Әлбиттә, Балаҡатай районы хакимиәте йәш биҫтәне онотоп ҡуймаған. Яйлап бында инфраструктура булдырыла. Урамда газ үткәргес һуҙылған, уны дөйөм магистралгә тоташтыраһы ҡалған. Был эш башҡарылһа, халыҡтың йорттарына ла зәңгәр яғыулыҡ үткәрә башлаясаҡтар. Ә Зөһрә Әхмәҙиеваның, күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән әсә булараҡ, йортон газ селтәренә тоташтырыуға сертификатҡа хоҡуғы бар. Был ярҙам төрөн 2019 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров булдырғайны. Уның буйынса, республика ҡаҙнаһынан программаға тәүге йылда – 64 миллион һум, артабанғы өс йылда 200-әр миллион һум аҡса бүленә, һөҙөмтәлә халыҡтың ташламаға эйә ҡатламдары – Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм бөтә инвалидтар, күп балалы ғаиләләр сығымдарҙы ҡаплауға 60 йә 100 мең һумлыҡ сертификат аласаҡ. Шуға күрә Әхмәҙиевтәр ошо мөмкинлекте түҙемһеҙләнеп көтә.
Биҫтәгә ҡырсынташ түшәлгән юл бар, тик ул был ғаиләнең тау башындараҡ ултырған өйөнә килеп етмәгән. Шулай ҙа ҡыш буйы хакимиәт көн дә йортҡа тиклем юлды трактор менән таҙарттырып торған. Морат өйҙә уҡығас, уға уҡытыусы үҙе килеп белем бирә бит.
Зөһрәнең ҡыуанысына, был мөһим мәсьәлә ыңғай хәл ителгән. Морат Мәсетле ауылындағы сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн Республика дистанцияла уҡыу үҙәгендә белем ала. Йыл буйына ошо үҙәк һәм Яңы Балаҡатайҙағы 1-се мәктәп уҡытыусыһы Зөлфиә Мөхәмәтулла улы Хөсәйенова аҙнаға өс тапҡыр өйгә килеп, балаға ғилем эстәтә.
– Педагогтан бик уңдыҡ, – тип ҡыуанысын йәшермәй Зөһрә. – Морат бит ошо йәшенә етеп, бөтөнләй һөйләшмәй ине. Һәм ул барлыҡ кешене лә үҙенә яҡын ебәрмәй. Ә Зөлфиә Мөхәмәтулла ҡыҙы уның менән, шунда уҡ булмаһа ла, уртаҡ тел тапты. Шөғөлләнә торғас, балам айырым һүҙҙәрҙе әйтә лә инде. Унға тиклем һанай, бер аҙ буталһа ла, алфавитты белә. Педагог, ямғыр тимәй, ҡар тимәй, бер көндө лә дәрес үткәрмәй ҡалманы. Ә бит ҡыш көнө өйгә хәтлем юлды ла таҙартып өлгөрмәгән иртәләр булғыланы. Шул саҡта бер-ике километр тау үренә ҡарай көрт ярып атлап та килде уҡытыусы. Шуның өсөн уға ҙур рәхмәт!
Дистанцияла белем алыу өсөн уҡыу ҡорамалдары – стационар компьютер, камера, принтер – менән дә тулыһынса тәьмин иткәндәр. Техниканы ла үҙәк хеҙмәтләндерә. Боҙолһа, килеп ремонтлап бирәләр. Әлегә мобиль интернетҡа ғына ғаилә үҙе түләй. Фатирҙы ҡуртымға алып район үҙәгендә йәшәгәндә элемтә хеҙмәтләндереүе лә бушлай булған. Бында, яңы биҫтәгә, стационар интернет элемтәһе әле үткәрелмәгән. Киләсәктә уныһы ла бушлай буласаҡ.
“Ә малайға ниндәй медицина ярҙамы күрһәтелә? Был тарафтан өҙөклөктәр юҡмы?” – тип һорайым.
– Йылына дүрт тапҡыр бушлай Күмертауҙағы реабилитация үҙәгенә барабыҙ. Өфөлә бер үҙәктә лә дауаланабыҙ, тик унда үҙ аҡсабыҙҙы түләйбеҙ. Былай Мораттың физик кәмселеге юҡ, бик хәрәкәтсән, шаян, хатта бер аҙ хәйләкәр ҙә малай ул, – ти әңгәмәсем.
Әлбиттә, балаға тәүлек әйләнәһенә күҙ-ҡолаҡ булырға кәрәк. Шуға күрә ҡасандыр уҡытыусы булған Зөһрә эшләмәй, өйҙә ултыра. Ғаилә балалар, инвалидлыҡ буйынса пособиеларға, ҡараусыһын юғалтыу буйынса пенсия иҫәбенә йәшәй. Хужабикә шәхси хужалығын да үҫтерергә теләй, әммә әлегә биләмә кәртәләнеп алынмаған, шуға ла быйыл йәй һуған, кишер, ҡыяр кеүек иң кәрәкле йәшелсә генә сәскән. Хужалыҡты эттәре һаҡлай. Шунһыҙ булмай, ти, ҡатын. Ярай әле ҡоҙоҡ ҡаҙҙырғандар – һыу бар.
Сирле бала менән күп йөрөргә лә тура килә. Зөһрә күктән төшкәнде генә көтөп ултырмай, үҙе лә ғаиләһе өсөн барыһын эшләй, тырыша. Былтыр машина йөрөтөүгә уҡып, водитель танытмаһына эйә булған. Туғаны үҙенең еңел автомобилен уға биреп тора, ул әлегә ихатала тора, йәғни берәй урынға барырға булһа – ҡул аҫтында ғына.
Бына шулай яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, туғандар һәм дәүләт ҡурсалауында матур итеп донъя көтөргә ынтылып йәшәп ятҡан сағы Әхмәҙиевтәрҙең. Тиҙҙән ҡоймалы ла, газлы ла булырҙар тигән ышаныс та тыуҙы күңелдә. Уға ярҙам ҡулы һуҙыусылар булғанда, Зөһрә быны булдырмаҫтай ҡатын түгел.
- Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА-БИРГӘНОВА.
Балаҡатай районы.