Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
27 Сентябрь 2021, 18:30

"Был эште алдан башлауыбыҙ дөрөҫ булды"

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров халыҡтың аҙ яҡланған төркөмдәре хаҡында хәстәрлек күреүгә ҡағылышлы фекерен белдерҙе.

"Был эште алдан башлауыбыҙ дөрөҫ булды"
"Был эште алдан башлауыбыҙ дөрөҫ булды"

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Фейсбук селтәрендәге сәхифәһендә халыҡтың аҙ яҡланған төркөмдәре хаҡында хәстәрлек күреүгә ҡағылышлы фекерен белдерҙе.

“Халыҡ именлегенең ысын үлсәме – ул көсһөҙҙәрҙең, яҡланмағандарҙың именлеге” тигәнде ишеткәйнем ҡасандыр. Ошо һүҙҙәр күңелемә уйылып ҡалған. Инвалидтар, ҡаты сирле өлкәндәр һәм халыҡтың аҙ яҡланған башҡа төркөмдәре өсөн йәшәйеште уңайлы иткәндән һуң ғына граждандарыбыҙҙы ысын мәғәнәһендә уңайлылыҡтар менән тәьмин итеүебеҙ хаҡында һүҙ алып барырға мөмкин. Бындай кешеләргә булышлыҡ ҡылыу өсөн социаль хеҙмәттәр эшләй. Әммә, практикаға ярашлы, улар тарафынан күрһәтелгән хеҙмәт йыш ҡына етмәй, шуға күрә ошондай граждандарҙың туғандарына эштән китеп, сирлеләрҙе ҡарарға тура килә.

Проблеманы хәл итеү өсөн 2018 йылда Рәсәйҙә оҙайлы бағыу системаһын ғәмәлгә индерә башланылар. Уның асылы шунда: мохтаждарға тулы социаль һәм медицина хеҙмәтләндереүе ойошторола: ашарға әҙерләйҙәр, дарыуҙар бирәләр, көнкүрештә ярҙам итәләр, социалләштереүҙе тормошҡа ашыралар, өйҙә тәртип булдыралар һ.б. Бынан тыш, элегерәк өлкәндәргә, инвалидтарға социаль һәм медицина хеҙмәттәре мөрәжәғәтттәр буйынса ғына күрһәтелһә, хәҙер социаль учреждениелар хеҙмәткәрҙәре иҫәптә торған кешеләргә йөрөп сығып, уларға ниндәй дауаның, хеҙмәттең ҡайһы күләмдә кәрәклеген үҙҙәре билдәләй. Һәр кешегә шәхси программа төҙөлә. Кәрәк икән, уны стационарға күсерәләр.

Ошо система индерелә башлағанда беҙҙең республика, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пилот төбәктәре иҫәбенә инмәне. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, беҙ социаль хеҙмәтләндереү алымдарын үҙгәртеп ҡора һәм системаны ғәмәлгә индереүгә үҙаллы әҙерлек башланыҡ. Ике йылда өлкәндәрҙе, инвалидтарҙы хеҙмәтләндереү өсөн көндөҙгө геронтология үҙәген астыҡ; интернаттарҙың матди-техник базаһын яңырттыҡ; хеҙмәтләндереүҙең өр-яңы технологияларын ғәмәлгә индерәбеҙ; “Хәстәрлек мәктәбе”н, техник реабилитация саралары пунктын астыҡ. Әлегә оҙайлы бағыу системаһын Октябрьскийҙа ғына ойошторҙоҡ. Унда тәүге һөҙөмтәләр ҙә бар”, – тип яҙған Андрей Назаров.

Әйткәндәй, республика Хөкүмәте ултырышында Башҡортостанда оҙайлы бағыу системаһын әүҙем ғәмәлгә индереүгә һәм социаль хеҙмәтләндереү алымдарын үҙгәртеп ҡороуға әҙерлектең башланыуы тураһында һүҙ барҙы.

"Быйыл июндә Рәсәй Президенты социаль хеҙмәткәрҙәр һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар вәкилдәре менән осрашыу йомғаҡтары буйынса 2022 йылда бөтә төбәктәрҙә ошо системаны ғәмәлгә индереүҙе тәьмин итеү бурысын ҡуйғайны. Ошо эште, өҫтәмә күрһәтмәне көтмәйенсә, алдан уҡ башлауыбыҙ дөрөҫ булды", – тине Андрей Назаров.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова яңы системаның төп үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. Ул – ғариза биреү принцибынан “асыҡлау” принцибына күсеү. Проектты тормошҡа ашырыуға әҙерлек барышында 2019 йылда “Шатлыҡ килтергән ҡартлыҡ” хәйриә фонды тарафынан социаль хеҙмәтләндереү ойошмаларынан ете кеше һайлап алып, “тренер” позицияһы буйынса уҡытылды. Артабан улар үҙҙәре 200-гә яҡын белгес әҙерләне. Шулай уҡ социаль хеҙмәтләндереүҙең стационар учреждениеларында оҙайлы бағыу системаһын ғәмәлгә индереү өсөн яуаплы кешеләргә белем бирелде.

Фото: facebook.com

"Был эште алдан башлауыбыҙ дөрөҫ булды"
"Был эште алдан башлауыбыҙ дөрөҫ булды"
"Был эште алдан башлауыбыҙ дөрөҫ булды"
"Был эште алдан башлауыбыҙ дөрөҫ булды"
"Был эште алдан башлауыбыҙ дөрөҫ булды"
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: