Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
28 Сентябрь , 21:45

Һорауҙарығыҙ булһа, шылтыратығыҙ!

22 сентябрҙән эш башлаған йылылыҡ буйынса оператив штабтың колл-үҙәгенә бер нисә көн эсендә 3,5 меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән.

Һорауҙарығыҙ булһа, шылтыратығыҙ!

Өфөлә 22 сентябрҙән эш башлаған йылылыҡ буйынса оператив штаб колл-үҙәге телефон аша 3,5 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул итте. Ҡала хакимиәтендә әйтеүҙәренсә, халыҡтың һорауҙары 6-12 сәғәт эсендә хәл ителә.

Яңы структура ҡатмарлы хәлдәрҙә йәһәт ҡарарға килеп, тейешле инстанцияларға запростар ебәрергә, эште контролдә тоторға ярҙам итә. Колл-үҙәк махсус программа менән тәьмин ителгән.

“Һәр шылтыратыуға оператор электрон карточка әҙерләй һәм, темаһына ҡарап, идара итеүсе йәки ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмаға тапшыра. Йә булмаһа, теге йәки был закон нормаларын, ҡағиҙәләрен аңлата, – ти Ҡала эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Антон Тристан. – Бөгөн заякаларҙың 90 процентында төп тема – йылы биреү һәм торбаларҙағы һауа тығыны. Ике проценты артыҡ ныҡ йылытыуға бәйле, түләүҙәр буйынса ла һорауҙар бар, күбеһенсә дөйөм иҫәп приборҙары менән тәьмин ителмәгән йорттарҙа йәшәүселәрҙән килә".

Әле колл-үҙәктә 9.00 - 19.00 сәғәттә ете кеше эшләй. Бынан тыш, шылтыратыуҙарҙы Граждандарҙы яҡлау идаралығының дежур операторҙары ҡабул итә. Улар “ҡыҙыу линия”ла кис һәм төндә эшләй. Йылылыҡ өсөн түләүҙәр буйынса һорауҙарҙың күбәйеү ихтималлығын күҙ уңында тотоп, операторҙар һанын арттырыу ҡарала. Ҡыш урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу буйынса мөрәжәғәттәрҙе лә ҡабул итәсәктәр.

“Артабан башҡа көнүҙәк темалар буйынса ла эшләйәсәкбеҙ”, – тине баш ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков. Ул үҙе лә бер һорауҙы ҡабул итте.

Әлеге ваҡытта Өфөлә күп ҡатлы йорттарҙың 98 процентында йылылыҡ бар. 15-ендә йылылыҡ биреүгә ҡаршы төшкәндәр, тағы ла бер нисә бинаға техник сәбәптәргә бәйле йылылыҡ бирелмәгән. Бөтә һорауҙарығыҙ менән ошо номерға шылтыратығыҙ: 277-09-11. Аҙна һайын шишәмбе 16.00 - 18.00 сәғәттәрҙә граждандарҙы торлаҡ- коммуналь хужалыҡ мәсьәләләренә ҡағылышлы һорауҙар буйынса ҡабул итәсәктәр. Шулай уҡ Өфөнөң Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығында аҙна һайын кесаҙна граждандарҙы ҡабул итеү ойошторола.  Адресы: Комсомол урамы, 165/1.

Фото: ”Башинформ”.

 

 

 

Автор:Дина Арсланова