Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
29 Сентябрь 2021, 13:00

Ҡунаҡҡоловтар йортона һыу бушлай үткәреләсәк

Был изге эш Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадрановтың күрһәтмәһенә ярашлы башҡарыласаҡ. 

Ҡунаҡҡоловтар йортона һыу бушлай үткәреләсәк
Ҡунаҡҡоловтар йортона һыу бушлай үткәреләсәк

Әбйәлил районының Йәнекәй ауылында йәшәгән бер туған Ҡунаҡҡоловтарҙың йәшәйеше тураһында бығаса бер нисә тапҡыр хәбәр иткәйнек. Нәҫел сире арҡаһында инвалид коляскаһына ултырырға мәжбүр булған өс ир-уҙаман тураһындағы яҙмаларыбыҙ бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Уларҙың үҙ көсө менән яңы төҙөгән йортонда уңайлыҡтар булдырыу йәһәтенән матди ярҙам күрһәтеү сараһы иғлан ителгәс, бик күптәр аҡсалата ярҙам итте.

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадрановтың күрһәтмәһенә ярашлы, Ҡунаҡҡоловтарҙың йортона һыу үткәреү өсөн барлыҡ сығымды Урал аръяғының йәмәғәт башланғыстары берлеге үҙ өҫтөнә аласаҡ.

Бер туған Ҡунаҡҡоловтарҙың яҙмышына битараф булмай, уларға мөмкин тиклем ярҙам күрһәтеү теләге менән янып йөрөгән Идиә Ғәлимова был хаҡта бына нимә тип һөйләне:

- Кисә йыуынты һыу өсөн соҡор ҡаҙылып бөткәс, машина менән кәрәкле материалдар алырға тип йыйынған мәлдә, Урал аръяғының йәмәғәт башланғыстары берлегенең Әбйәлил районы буйынса етәксеһе Илнур Рәжәп улы Юлдыбаев шылтыратты. Ул беҙгә Азат Шамил улының күрһәтмәһен еткергәс, әлбиттә, бик шатландыҡ! Халыҡ менән бергә йыйған 25 мең һум аҡса бар, әммә ул сумманың етмәүе көн кеүек асыҡ ине, сөнки соҡорға төшөрәсәк ҡулсалар ғына шул хәтлем тора. Бындай һөйөнөслө яңылыҡ өсөн республика Хөкүмәте етәкселегенә ҙур рәхмәт! Киләһе шаршамбыла барлыҡ кәрәкле материал киләсәк, тип вәғәҙә бирҙеләр. Егеттәрҙең дә ҡыуанысының сиге юҡ, - тип яҡшы хәбәр менән уртаҡлашты Идиә Миҙхәт ҡыҙы.

Шулай уҡ Идиә Ғәлимова алда торған мөһим эштәр менән таныштырҙы. Шуларҙың иң ҙуры – йорттоң документтарын теүәлләп, газ үткәреү. Әгәр документар тәртипкә килтерелһә, Ҡунаҡҡоловтарға сертификат та тейеш.

Бына шулай бер туған Фәйез (50 йәш), Рафиҡ (45 йәш), Рәфис (42 йәш) Ҡунаҡҡоловтар изге күңелле кешеләрҙең эскерһеҙ ярҙамы менән арыу уҡ мәсьәләләрен хәл итеп, йырып сығып килә.

- Егеттәрҙең айыҡ тормош алып барыуы, киләсәккә ышаныс менән ҡарап йәшәүе ҡыуандыра. Уларҙың өйөндә һәр ваҡыт тәртип, таҙалыҡ, ҡот уйнап тора. Бер тапҡыр “Һеҙҙе иң әсендергәне нимә?” – тигән һорауҙы бирҙем. Яуап мине шул тиклем һоҡландырҙы ла, уйға ла һалды. “Һау-сәләмәт кешеләрҙең эсеп, эшләмәй йөрөүе, хатта коляскала ултырған беҙҙән аҡса һорауы әсендерә”, - тип яуапланы улар”, - ти Идиә Миҙхәт ҡыҙы.

Ысынлап та, уйға һалырлыҡ, фәһем булырлыҡ һүҙҙәр! Бер туған Ҡунаҡҡоловтарға һаулыҡ, ныҡлыҡ, эштәренең һәр ваҡыт шулай уң барыуын теләйбеҙ!

Фото: Идиә Ғәлимованың сәхифәһенән.  

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: