Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
1 Октябрь 2021, 14:30

Эшкә ике тапҡырға күберәк урынлашҡандар

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республикала инвалидтарға ярҙам итеү өсөн әҙерләнгән яңы саралар хаҡында яҙҙы.

Эшкә ике тапҡырға күберәк урынлашҡандар
Эшкә ике тапҡырға күберәк урынлашҡандар

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республикала инвалидтарға ярҙам итеү өсөн әҙерләнгән яңы саралар хаҡында яҙҙы.

Улар араһында инновация карьера проектлауы үҙәге хаҡында ла хәтергә төшөрҙө: ул һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе эш менән тәьмин итеү өсөн барлыҡҡа килгәйне. Андрей Назаров түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы: “Уның эшен төбәктәге мәшғүллек үҙәктәрендә ойошторҙоҡ. Ошо ойошмаларҙың береһенә мөрәжәғәт итеп, кеше, үҙендәге мөмкинлектәрҙе иҫәпкә алып, хәҙер ҙур ихтыяж менән файҙаланған белгеслекте һайлай һәм уға уҡый ала. Бынан тыш, үҙәктә уҡыу ваҡытында хеҙмәт баҙарына тиҙерәк яраҡлашыу өсөн психологтар ҙа эшләй.

Был курстарҙы эш биреүселәрҙең аныҡ һорауҙарына ҡарап булдырҙыҡ. Уларҙы тамамлағандарға сертификат биреү генә түгел, ыңғай эшкә лә алһындар өсөн эшләнек.

Быға параллель рәүештә дәүләт инвалидтар өсөн эш урындары ойошторорға ярҙам итә - шул иҫәптән туранан-тура финанс ярҙамы һөҙөмтәһендә. Быйыл һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр эшләгән ойошмаларға хеҙмәт хаҡына сығымдарҙы кире ҡайтарыу күләмен ике тапҡырға арттырҙыҡ.

Быларҙың барыһы ла һигеҙ айҙа инвалидтарҙы, былтырғы тотош йыл менән сағыштырғанда, ике тапҡырға күберәк эшкә урынлаштырыу мөмкинлеген бирҙе. Беҙҙең ярҙам һөҙөмтәһендә барлығы ике мең тирәһе граждан эш тапты.

Республикалағы тағы 600-ҙән ашыу кеше “Абилимпикс” һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн һөнәри оҫталыҡ конкурсында ҡатнашты. Улар Өфөлә, Салауатта, Стәрлетамаҡта һәм Салауатта 72 компетенция буйынса ярышты. Еңеүселәрҙе эш менән тәьмин итеүҙе гарантиялайбыҙ.

Үҙҙәрен ҡарай алмаған кешеләр хаҡында хәстәрлек – заман дәүләтенең төп бурыстарының береһе. Шуға артабан да был мәсьәләлә эҙмә-эҙлекле эшләйәсәкбеҙ. Беҙ илдә йәшәү өсөн иң уңайлы төбәк төҙөйбөҙ һәм кешеләр унда барыһы ла үҙен имен тойорға тейеш”.

Фото:БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: