Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
5 Октябрь 2021, 21:15

Эш тә табыла, психологик ярҙам да күрһәтелә

Башҡортостандың барлыҡ муниципалитеттарында Берҙәм психологик консультация көнө уҙғарылды. Сара барышында мәшғүллек хеҙмәттәре белгестәренә 400-ҙән ашыу эшһеҙ граждан мөрәжәғәт итте.

Эш тә табыла, психологик ярҙам да күрһәтелә
Эш тә табыла, психологик ярҙам да күрһәтелә

Башҡортостандың барлыҡ муниципалитеттарында Берҙәм психологик консультация көнө уҙғарылды. Сара барышында республиканың мәшғүллек хеҙмәттәре белгестәренә 400-ҙән ашыу эшһеҙ граждан мөрәжәғәт итте.

Быйыл 1 ғинуарҙан 30 сентябргә саҡлы 17,2 мең эшһеҙ кешегә психологик ярҙам күрһәтелгән.

“Психологик ярҙамға барыһынан элек 29 йәшкә тиклемге йәштәр мохтаж – консультацияға килгәндәр араһында улар 3,3 мең кеше тәшкил итте. Оҙаҡ ваҡыттан һуң эш эҙләргә ҡарар иткәндәр ҙә байтаҡ, – ти республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников. – Психологик проблемаларҙың хәл ителеше йәки көсөргәнеш кәмеүе хәҙерге шарттарға тиҙерәк яраҡлашырға ярҙам итә”.

Мәғлүмәт һәм фото: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52917

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: