Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
5 Октябрь 2021, 10:30

Инвалидтар эшләргә теләй

Әле республикала хеҙмәткә һәләтле йәштәге 95 меңгә яҡын инвалид йәшәй, уларҙың 20,48 проценты эш менән тәьмин ителгән.

Инвалидтар  эшләргә теләй
Инвалидтар эшләргә теләй

Республикала мәшғүллек үҙәктәре аша эшкә урынлашҡан инвалидтар һаны ике тапҡырға артты. Быйыл 1,75 мең кеше эш менән тәьмин ителде. Былтырғы менән сағыштырғанда ике тапҡырҙан да күберәк тигән һүҙ.

– Беҙ был мөһим мәсьәләне даими иғтибарҙа тотабыҙ. Сәләмәтлектәре сикләнһә лә, эшләргә һәләте һәм теләге булған кешеләр дәүләт ярҙамында һөнәри белемгә эйә булғандан һуң аҙаҡ эшкә урынлаша ала, – тине ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Быйыл мәшғүллек үҙәктәренә 3,3 мең инвалид эш һорап мөрәжәғәт иткән.  Яртыһынан күбеһе эшкә урынлаштырылған (53%). Шулай уҡ һөнәр алыу буйынса  дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә.  Айырыуса Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай, Күмертау, Октябрьский ҡалалары һәм Баймаҡ районының мәшғүллек үҙәктәре был йәһәттән өлгө күрһәтә.  

151 кеше,  сәләмәтлектәренә ярашлы, хеҙмәт баҙарында ҙур ихтыяж менән файҙаланған һөнәрҙәр буйынса өҫтәмә белем алды.  Ашнаҡсы,  маникюр оҫтаһы, ҡарауылсы, парикмахер, ҡаҙанлыҡ операторы  һөнәрҙәрен алыусылар ҙа бар.  Сәләмәтлеге бкуйынса мөмкинлектәре сикләнгән 600-ҙән ашыу кеше  “Абилимпикс” чемпионатының төбәк этабында ҡатнашты. Уларҙы юғары квалификацияларына ярашлы артабан  эшкә урынлаштырыу буйынса маҡсатлы эш башҡарылды.  Әле республикала хеҙмәткә һәләтле йәштәге  95 меңгә яҡын инвалид йәшәй, уларҙың 20,48 проценты эш менән тәьмин ителгән.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проекты 2024 йылға илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын биш процентҡа үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: