Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
6 Октябрь , 09:00

Туғандарҙың мәшәҡәте күп әле...

Рәфис менән Фәйез төп йортта уртансылары Рафиҡты кәләше менән ҡалдырып, яңы өй төҙөп сыҡмаҡсы. Тик күптәр, тағы бер торлаҡ һалғансы, әҙер өйгә төкәтмә генә эшләһәләр яҡшыраҡ булыр ине, ти.

Туғандарҙың мәшәҡәте күп әле...

Әбйәлил районындағы Йәнекәй ауылындағы ағалы-ҡустылы Рәфис, Рафиҡ, Фәйез Ҡунаҡҡоловтар тураһында кем генә белмәй хәҙер. Өс бер туған генетик сир арҡаһында аяҡтан яҙа һәм ошоғаса тауыш-тынһыҙ ғына тормош көтә. Битараф булмаған яҡташтары – Рәхимә Мусина, Рәмзиә Кәримова, Идиә Ғәлимова ярҙамында уларҙың яҙмышы үҙгәрә башланы.

Режиссер Рәйес Исмәғилев смартфон бүләк иткәйне. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов өйгә һыу үткәреүгә булышлыҡ итә. Йәкшәмбе көндө аныҡ эштәр башланды ла: канализация соҡорона ҡулсалар төшөрөлдө.

Был хаҡта Ҡунаҡҡоловтарҙың яҙмышына киң йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп иттергән клуб мөдире Идиә Ғәлимова һәм район гәзите хәбәрсеһе Рәхимә Мусина "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге үҙ сәхифәләрендә хәбәр итте. Тиҙҙән ир-егеттәрҙең өйөндә йылы һыулы уңайлы санузел буласаҡ.

Әммә халыҡты тағы бер мәсьәлә борсой: был йортҡа һыу үткәрелһә лә, икенсеһе һыуһыҙ ҡаласаҡ бит. Сөнки Рәфис менән Фәйез төп йортта уртансылары Рафиҡты кәләше менән ҡалдырып, яңы өй төҙөп сыҡмаҡсы. Бура ла килтереп ултыртҡандар, ләкин төҙөлөш материалдарына ҡапыл хаҡ артып китеүе эште тотҡарлап тора. Шуға ла күптәр, тағы бер торлаҡ һалғансы, әҙер өйгә төкәтмә генә эшләһәләр яҡшыраҡ булыр ине, ти. Ысынлап та, бында ла уйланырға урын бар.

Ошо арала Рәфис менән Фәйез яңыртылған паспорттарын да ҡулға аласаҡ. Идиә Миҙхәт ҡыҙы менән Ҡунаҡҡоловтарҙың һеңлеһе Сания ярҙамында был эш тә бойомға ашыр, тип ышанабыҙ. Артабан документ эштәренә бәйле төрлө социаль яҡлау сараларын күреү, милеккә хоҡуҡты рәсмиләштереү, газ үткәреү мәсьәләләре лә яйлап хәл ителер.

4 октябрҙә тележурналист Рәмзиә Кәримова иһә урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов, таҡта ебәртәм тип, Ҡунаҡҡоловтарҙың адресын һорап алды, тип хәбәр итте. Рәмзиә шулай уҡ Рәфисте икенсе төркөм инвалидлығынан беренсегә күсереү мәшәҡәте менән дә шөғөлләнә, әммә был еңел эш түгел икән. Шулай уҡ бушлай коляска юллау буйынса ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова менән дә осрашып һөйләшеү кәрәк.

Ил төкөрһә – күл булыр. Яҙмыштың ҡаты һынауҙарына дусар булған бер туғандар артабан башҡалар менән типә-тиң, уңайлы шарттарҙа ғүмер итер тигән өмөттә ҡалабыҙ.

Фото һәм видео И. Ғәлимованың сәхифәһенән.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова