Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
8 Октябрь 2021, 12:00

Һынауҙы лайыҡлы үтергә!

“Боҙҙоң да, уттың да ни икәнен аңланыҡ”

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Фото:БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Пандемия осоро беҙҙе күп ғәмәлдәргә өйрәтте: сәләмәтлектең ҡәҙерен белеүҙән тыш, яҡындарыңды хәстәрләргә, хеҙмәттәштәреңә иғтибарлыраҡ булырға,  көтөлмәгән һынауҙарҙы лайыҡлы үтергә, кеше ғүмеренең ни тиклем нескә, үтә лә ҡыҫҡа булыуына төшөнөргә...

 

Сынығыуҙар аша...

 

Ошо йәһәттән билдәле яҙыусы, байтаҡ ваҡыт гәзиттә бергә эшләгән йор һүҙле Рәшит ағай Солтангә­рәев­тең ҡанатлы һүҙҙәре иҫкә килә: ”Кешегә кисерештәр, упҡын янын­да­ғы ҡая башына менеп ҡарап то­роу­ҙар, тетрәнеп алыуҙар ҙа кәрәк­тер. Ҡолағыңды булһа ла туңды­рып, бармағыңды бер тапҡыр булһа ла утҡа тығып алмайынса, боҙҙоң да, уттың да ни икәнен төшөнөп етмәйһеңдер”. Беҙ ҙә был хәҡиҡәтте, кешелектең быға тиклем дә ниндәй етди һынауҙарға дусар булыуын, мәкерле зәхмәттәргә ҡаршы көрәшеүен, күпме ғүмерҙәр ҡыйылыуын, ул ауыр замандарҙа табиптар иңенә ятҡан мәхшәрҙе хәтергә төшөрөргә мәжбүр булдыҡ. Эйе, көтөлмәгән сирҙең донъяны яулауы барыбыҙҙы ла үҙгәртте, йәшәү рәүешенә генә түгел, ил ҡеүәтенә өлөш индерергә тейешле тармаҡтарҙың эшенә лә емерткес йоғонто яһаны.

Әлбиттә, “таяҡтың иң ауыр башы” кешеләрҙең ғүмере һағында торорға бурыслы һаулыҡ һаҡлау тармағына, уның фиҙакәр хеҙмәт­кәр­ҙәре өҫтөнә төштө. Пандемия­ның икенсе йылын сабырлыҡ, яуаплылыҡ менән үткәргән медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ, “фронттың” алғы һыҙығында барған фәрештәләр әле лә сафта.

Быйыл төрлө үҙгәрештәр, тетрә­неүҙәр кисергән тармаҡ тағы ла сыныға төштө, тылын нығытты, ҡоралланды. Һаулыҡ һаҡлау ми­нистрының беренсе урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин ярты йыллыҡ эш йомғаҡтары ҡаралған кәңәш­мәлә: “Пандемия тармаҡ эшмәкәр­ле­генә үҙгәрештәр индереүенә, яңы коронавирус инфекцияһына дусар ауырыуҙарҙы дауалауға ҙур сығымдар тотонолоуына ҡарамаҫ­тан, эшмәкәрлектең төп йүнәлеш­тәре буйынса эш дауам итә”, – тип белдерҙе.

Тармаҡ алдында торған тәү сираттағы бурыс – “Һаулыҡ һаҡ­лау”, “Демография” милли проект­тарын тормошҡа ашырыу. Был проекттар республикабыҙҙың матди базаһын нығытыуға бығаса күрел­мәгән сығым йәлеп итергә мөмкин­лек бирҙе. Мәҫәлән, 2021 йылға “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын финанслауға 2,7 миллиард һум аҡса бүленде (ике миллиарды – федераль бюджеттан).

“Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫте­реү” программаһына ярашлы, быйыл 85,2 миллион һум аҡса алдыҡ. Был проект республикаға ике йылда 139 фельдшер-акушерлыҡ пункты, дүрт ауыл табиплыҡ амбула­торияһы төҙөргә ярҙам иткән. Республикала һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһын тормошҡа ашырыу, модулле ФАП-тарҙы монтажлау буйынса быйыл да байтаҡ эш башҡарылған. 2021–2025 йылдарҙа иҫкеләре урынына яңы объекттар ҡалҡасаҡ, ҡайһы берҙәре үҙгәртеп ҡороласаҡ, капиталь ремонт үткәреләсәк, тигән пландар менән йәшәй тармаҡ етәкселәре.

Программаға ярашлы, республикала бөтәһе 490 һаулыҡ һаҡлау объекты төҙөү һәм ике поликлиниканы үҙгәртеп ҡороу планлаштырыла. Шул иҫәптән, быйыл муниципаль райондарҙа ике поликлиниканы, ике ауыл табиплыҡ амбулаторияһын, һигеҙ капиталь ФАП-ты төҙөү һәм файҙаланыуға тапшырыу, 73 модулле ФАП-ты урынлаштырыу ҡарала.

”Оҙаҡламай Хәйбулла, Баймаҡ, Ишембай, Ғафури, Саҡмағош, Өфө, Ҡариҙел, Борай, Яңауыл, Ҡалтасы райондарында модулле конструкциялар ҡороласаҡ, – ти Азат Рәхмәтуллин. – Киләһе йылда республикала 44 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөләсәк”.

 

Ерҙә генә түгел, һауала ла...

 

Башҡа йүнәлештәр буйынса ла эш дауам итә. Быйыл республикала “кардиология” йүнәлеше буйынса яңы лицензиялар алған медицина ойошмалары һаны 24-кә еткән. Шуларҙың 23-ө – шәхси ҡулдарҙа. Амбулатор кардиология буйынса лицензияларҙың Берҙәм реестрында 401 учреждение теркәлгән. Амбулатор кардиологиянан тыш, стационар кардиология ла эшләй. Берҙәм реестрҙа бөтәһе 43 медицина ойошмаһы теркәлгән. Республикала юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтелеүе лә беҙҙең өсөн хәҙер яңылыҡ түгел. Яҡшы ғәмәлдәргә тиҙ күнегелә шул.

Быйыл тәүге медицина ярҙамын күрһәтеүгә ҙур өлөш индергән санитария авиацияһы тураһында һүҙ әйтмәү мөмкин түгел. Ашығыс медицина ярҙамының ни тиклем кәрәкле, һөҙөмтәле булыуына инандыҡ. Ярты йыл эсендә генә санавиация 109 осош яһаны, шунса пациентҡа махсус медицина ярҙамы күрһәтте ( шул иҫәптән – 34 балаға). Санитария авиацияһы хеҙмәте ике медицина учреждение­һында ойошторолған – Республика балалар клиникаһында һәм Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында. Был хеҙмәт медицина учреждениеларынан алыҫ урынлашҡан йәки транспорт үтеүе өсөн шарттар булмаған урындарҙан ауыр сирлеләрҙе тиҙерәк дауаханаға илтеү өсөн тәғәйенләнгән.

“Ансат” медицина вертолеты бортында махсус медицина ярҙа­мына мохтаж пациенттарҙы ташыу өсөн бөтә шарттар ҡаралған. Табиптар үҙҙәре менән кислород ҡорамалы, яңы тыуған сабыйҙар өсөн капсула, үпкәне яһалма елләтеү аппараты ала. Электр энергияһы кәрәк була ҡалһа, утҡа тоташтырыу сығанағы бар. Күреүе­беҙсә, ашығыс осоштар алыҫ төбәктәргә – Сибай, Белорет, Учалы һәм Нефтекама тарафтарына яһалған. Санитария авиацияһы ла “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ярҙамында үҫешә.

Беҙҙә донъя стандарттарына ярашлы камиллашҡан, халыҡ сәләмәтлеген һаҡлауға баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән, ҡаҙаныш­тарын күрһәтергә ашыҡмай, баш баҫып эшләргә ғәҙәтләнгән үҙен­сәлекле медицина ойошмаһы тураһында телгә алмау мөмкин түгел. Республика ҡан биреү стан­цияһы яңы коронавирус инфек­цияһы таралыу шарттарында, илдә беренселәрҙән булып, ковидҡа ҡаршы плазма эшләй башланы. Ярты йыл эсендә генә 34 032 донация үткәрелеп, 21 062 литр донор ҡаны әҙерләнгән. Пандемия осоронда етештерелгән биш тоннанан ашыу плазманың 1500 литрын ауырыуҙарҙы үлем тырнағынан ҡотҡарыуҙа файҙаланғандар. Республиканың фәнни берләш­мәһе һәм коллективтың профессионализмы, ойошҡанлығы һөҙөм­тәһендә бер нисә мең кешенең ғүмере ҡотҡарып ҡалынды тигән һүҙ. Өҫтәүенә ковидҡа ҡаршы плазма препараттар етештереүҙә лә уңышлы ҡулланыла. Башҡорт­остан­да 11 меңдән ашыу почетлы донор булыуы менән дә хаҡлы ғорурлана алабыҙ.

 

“Табиптарығыҙ дауалай белә, ҡорамалдарығыҙ бар...”

 

Яңыраҡ республиканың бер нисә медицина учреждениеһында Мәскәүҙән килгән табиптар брига­даһы булып ҡайтты. Е.О. Мухина исемендәге клиниканың баш табибы урынбаҫары Ирина Мачули­наның госпиталдәр эшмәкәрлеге менән танышҡандан һуң “табип­тарығыҙ нисек дауаларға белә, тейешле ҡорамалдарығыҙ бар. Ковид сирлеләрҙе дауалау өсөн бөтә нәмәһе булған берҙән-бер тигән­дәй, һирәк осраған төбәк” тип бил­дәләүе госпиталь хеҙмәткәрҙәренә, тармаҡ етәкселәренә оло баһа булып яңғыраны.

 Республикала медицина ойошмаларын, шул иҫәптән фельдшер-акушерлыҡ пункттарын автомат­лаш­тырылған эш урындары менән тәьмин итеү, интернет селтәренә, республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһына тоташтырыу алға табан ҙур аҙым булды. Яңы төҙөлгән госпиталдәр заманса ҡорамалдар – үпкәне яһалма елләтеү аппараттары, 128 киҫе­леш­ле компьютер томографтары, күсмә рентген ҡорамалдары, реанимация өсөн комплекстар, юғары технологиялы ультратауыш аппараттары һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән тулыһынса йыһазланды­рыл­ды. Уларҙың тынғыһыҙ эшмә­кәр­леге менән уҡыусыларыбыҙҙы даими таныштырып торабыҙ.

Уңыштар, ҡаҙаныштар тураһын­да һөйләгәндә, һандар теленә мөрәжәғәт итмәйенсә булмай. Быйыл яман шеш сирҙәренең һәм унан үлем осраҡтарының кәмеүе күҙәтелә. Онкология ауырыуҙарына дусар пациенттарҙы дауалауға 452 миллион һум аҡса йүнәлтелеүе билдәле. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыуға республикаға федераль бюджеттан 24 миллиард һум бүленәсәк. “2025 йылға тиклем был аҡса иҫәбенә тәүге звенолағы хәлде һиҙелерлек яҡшыртасаҡбыҙ”, – тип белдерҙе республика етәк­сеһе Радий Хәбиров.

Тармаҡта тормошҡа ашыраһы мәсьәләләрҙең бихисап икәнлеге, әлегә республикала ғына түгел, бөтә илдә эпидемиологик хәлдең ҡатмарлылығы көн кеүек асыҡ. Ҡаршылыҡтарҙы лайыҡлы үтергә, табиптарға теләктәш булырға ын­тылайыҡ, тимәксебеҙ. Эйе, “боҙҙоң да, уттың да ни икәнен аңларға”, уңыштарҙы тейешенсә баһаларға, етешһеҙлектәребеҙҙе һәм йом­шаҡ яҡтарыбыҙҙы танырға өлгөрөп еттек, ахыры.

- Динә Арыҫланова

Читайте нас: