Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
12 Октябрь , 21:15

Һөнәр алмаштырыу бер ҡасан да һуң түгел

Эксперттар белдереүенсә, яҡын киләсәктә 50-гә яҡын һөнәр юҡҡа сығасаҡ һәм улар урынына 100-ләгән яңыһы барлыҡҡа киләсәк.

Һөнәр алмаштырыу бер ҡасан да һуң түгел

Октябрҙең тәүге декадаһында халыҡ мәшғүллеге үҙәктәрендә ойошторолған Берҙәм һөнәри диагностика көнөндә бер меңдән ашыу кеше диагностикалау үткән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл 1 ғинуарҙан 7 октябргә тиклем мәшғүллек үҙәктәре белгестәре төбәктәге 110,3 мең кешегә һөнәри йүнәлеш буйынса ярҙам күрһәтте. 2020 йылдың ошо уҡ осоронда был хеҙмәттән 56,2 мең кеше файҙаланған.

"Берҙәм һөнәри диагностикалау көнөндә мәшғүллек үҙәктәренә Көньяҡ Уралда, Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында йәшәүселәр әүҙем килде, - тип хәбәр итте республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының һөнәри уҡыу һәм эшһеҙҙәргә психологик ярҙам бүлеге етәксеһе Илшат Солтанғужин. – Һөнәри йүнәлеште һайлау һәм карьера траекторияһы 14 – 29 йәшлектәрҙе ҡыҙыҡһындыра – мөрәжәғәт иткәндәр араһында улар күпселекте – йыл башынан 38,2 мең кеше – тәшкил итә. Шулай уҡ күптәр (9,4 мең кеше) пенсия алдынан үҙен башҡа һөнәрҙә һынап ҡарарға теләй.

Мәшғүллек хеҙмәттәре белгестәре менән бер рәттән, “Башҡортостан Республикаһы киләсәге командаһы” республика порталы ла һөнәр һайларға ярҙам итә. Әйткәндәй, эксперттар белдереүенсә, яҡын киләсәктә 50-гә яҡын һөнәр юҡҡа сығасаҡ һәм улар урынына 100-ләгән яңыһы барлыҡҡа киләсәк. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан белгестәр, эшҡыуарҙар, мәғариф хеҙмәткәрҙәре ярҙамында “Башҡортостан Республикаһының яңы һөнәрҙәр атласы” әҙерләнгән дә инде.

Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова