Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
13 Октябрь 2021, 22:15

Ирекмәндәр өсөн ҡыҙыу осор етте

"Ҡайһы саҡта психолог ролен дә үтәйһең: бәғзеләрҙе яңы сикләүҙәр ҡурҡыта, борсолдора, хатта илайҙар..."

Ирекмәндәр өсөн ҡыҙыу осор етте
Ирекмәндәр өсөн ҡыҙыу осор етте

Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” ирекмәндәре өсөн ҡыҙыу осор башланды – республика Башлығы Указы буйынса, прививка яһатмаған өлкәндәр үҙ-үҙеңде изоляциялауға ебәрелде. Тимәк, уларға ярҙам кәрәк буласаҡ.

“Беҙҙең хәстәрлек” үҙәгендә һәр кем эш менән мәшғүл. Кемдер шылтыратыуҙарға яуап бирә, заявкалар ҡабул итә, кемдер диспетчерҙан адрес алып юлға сыға. “Өлкәндәргә заявка буйынса дарыуҙар, аҙыҡ-түлек һатып алабыҙ. Иҫәп-хисап чек буйынса әйберҙәрҙе тапшырғанда башҡарыла. Шулай уҡ өлкәндәргә вакцина яһатыу пункттарына барырға ярҙам итәбеҙ”, - ти “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары Александр Мельников.

Колл-үҙәк операторы Раил Әҙиәтуллин әйтеүенсә, шылтыратыуҙар артҡан, уларҙың һорауҙарына яуап бирергә, аңлатырға тура килә. ”Ҡайһы саҡта психолог ролен дә үтәйһең: бәғзеләрҙе яңы сикләүҙәр ҡурҡыта, борсолалар, хатта илайҙар... Беҙ барыһын да тынысландырырға, проблемаларын хәл итергә тырышабыҙ”, - ти ул.

Азат Ҡасҡынов пандемияның тәүге тулҡынында эшләгән. Ул аҙыҡ-түлекте өйҙәргә илтә. Был юлы күреү буйынса беренсе төркөм инвалиды, 74 йәшлек пенсионер Шамил Бәшировҡа барырға тура килгән. “Мин прививка яһатҡанмын, урамға сыҡмайым тиерлек. Ирекмәндәр ярҙамы бик кәрәк, был йүнәлеште үҫтереү - мөһим эш”, – ти элекке медицина хеҙмәткәре.

Азаттың әйтеүенсә, ҡайһы саҡта ирекмәндәр етешмәй. “Ирекмәнлек - күңел талабы. Бының өсөн аҡса түләнмәй. Битараф булмағандарҙы беҙҙең менән эшләргә саҡырабыҙ”, - ти егет.

Бөгөн ирекмәнлек ярҙамын ойоштороу буйынса ведомство-ара совет булдырыу буйынса кәңәшмә үтте. Унда Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты, М. Шайморатов исемендәге махсус тәғәйенләнештәге отряд, “Йәш гвардия” вәкилдәре ҡатнашты. Колл-үҙәккә түбәндәге телефон аша шылтырата алаһығыҙ: 8-800-201-89-03.

Фото: “Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәндәр үҙәге.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: