Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
13 Октябрь 2021, 09:30

“Медицина ярҙамы ваҡытында күрһәтелә”

Салауат Харасов Архангел районында эш сәфәрендә булды.

“Медицина ярҙамы ваҡытында күрһәтелә”
“Медицина ярҙамы ваҡытында күрһәтелә”

“Берҙәм Рәсәй” партияһынан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре комитеты рәйесе Салауат Харасов Архангел районында эш сәфәрендә булды. Сәфәр социаль селтәрҙәрҙә һәм ҡайһы бер киң мәғлүмәт сараларында "Ашығыс ярҙам" машиналарының төҙөк булмауы тураһындағы мәғлүмәттәргә бәйле ине.

Салауат Харасов Архангел үҙәк район дауаханаһындағы хәл менән танышты. Дауахана паркында дүрт "Ашығыс ярҙам" машинаһы бар, уларҙың бөтәһе лә төҙөк.

“Архангел дауаханаһында ике күсмә фельдшерҙар бригадаһы ашығыс медицина ярҙамы күрһәтә, уларға “В” класлы дүрт автомобиль беркетелгән, шуларҙың өсәүһе – 2018 йылда, береһе 2019 йылда сығарылған. Машиналарҙың барыһы ла эшләй, ремонтҡа ихтыяж юҡ. Дәүләт гарантиялары программаһына ярашлы, бер күсмә бригада тәүлегенә план буйынса 6,5 кешене хеҙмәтләндерергә тейеш. Быйыл һигеҙ айҙа 3210 кешегә ярҙам күрһәтелгән, ә план буйынса – 3211. Баш табип Камил Яппаров – тәжрибәле һәм оҫта ойоштороусы, был мәсьәләләрҙе даими контролдә тота. Архангел районы прокуратураһы күптән түгел хеҙмәткәрҙәргә түләүҙәр, уларҙы эшкә алыу һәм эштән бушатыу мәсьәләләре буйынса тикшереү үткәргән. Иң мөһиме – дауахана халыҡҡа медицина ярҙамын ваҡытында күрһәтә”, – тине Салауат Харасов.

Депутат әйтеүенсә, интернет селтәрендәге видеояҙмаға эләккән автомобилдәр күптән ғәмәлдән сығарылған, уларҙың автопаркка мөнәсәбәте юҡ. Учреждениела кадрҙарға ла киҫкен ҡытлыҡ юҡ. Ашығыс ярҙам машиналарында туғыҙ водитель эшләргә тейеш, әле бында бер генә ставка буш.

Фото: https://bashkortostan.er.ru/activity/news

Сығанаҡ: https://bashkortostan.er.ru/activity/news

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: