Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
14 Октябрь 2021, 19:00

Балалар пособиеһын юллауҙы еңеләйтеү өсөн

Яңы проект старт ала. Һүҙ балалы ғаиләләргә бер нисә төрлө пособиены бер ыңғай юллау тураһында бара.

Балалар пособиеһын юллауҙы еңеләйтеү өсөн
Балалар пособиеһын юллауҙы еңеләйтеү өсөн

Ағымдағы йылдың 1 ноябренән 2022 йылдың 31 ғинуарына тиклем Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең Бөрө районы һәм ҡалаһы буйынса филиалы нигеҙендә балалар пособиеһын яңы алым буйынса юллауға ҡоролған проект старт ала. Был эш Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан булдырылған “Балаларға пособие түләү” милли социаль башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу буйынса “юл картаһы”н ғәмәлгә индереүгә ярашлы башҡарыла.

"Әлеге ваҡытта Башҡортостандың “Адреслы социаль ярҙам” мәғлүмәт системаһында балалы ғаиләләргә социаль ярҙам саралары күрһәтеүгә ғаризалар булдырыу һәм ҡабул итеү йәһәтенән эш алып барыла, - тине ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников. – Шулай уҡ “Онлайн-калькулятор” менән ҡулланыу мөмкинлеге лә булдырыла. Был пособие юллауға ғаризаны Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталы һәм Дәүләт хеҙмәттәренең төбәк порталы аша бирергә мөмкинлек тыуҙырасаҡ.

Бында һүҙ балалы ғаиләләргә берҙәм документтар пакеты менән бер нисә төрлө пособиены бер ыңғай юллау тураһында бара: балаға айлыҡ пособие; күп балалы ғаиләләрҙең айырым категорияларына айлыҡ пособие; ике һәм унан күберәк балалы ғаиләләргә балаға өс йәш тулғанға тиклем түләнгән пособие; балаһы булған студент һәм аспиранттарҙың ғаиләһенә тейеш махсус социаль пособие; күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә тейешле торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн айлыҡ аҡсалата компенсация.

Башланғысты тормошҡа ашырып, түбәндәгеләргә өлгәшеү маҡсат итеп ҡуйыла:

- балалы ғаиләләрҙең социаль ярҙам саралары юллап мөрәжәғәт итеү нисбәтен биш тапҡырға кәметеү;

- ғариза биреү ваҡытын 75 минуттан 15 минутҡаса кәметеү;

- ғаризаларҙы ҡарау ваҡытын 55 көндән 15 көнгәсә кәметеү;

- айырым социаль ярҙам сараларына хоҡуҡты раҫлаған документтар тапшырыу йышлығын кәметеү, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу;

- балалы ғаиләләрҙе социаль ярҙам саралары менән тәьмин итеү йәһәтенән уларҙың был хеҙмәттәрҙе күрһәтеүҙән ҡәнәғәтлеген арттырыу.

Фото: pravitelstvorb.ru

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53028 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: