Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
14 Октябрь 2021, 12:00

Иң мөһиме – балалар

Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында 2021 – 2024 йылдарҙа балалар ялы һәм уларҙы һауыҡтырыу системаһы, эште тормошҡа ашырыу буйынса саралар планы раҫланды.

Иң мөһиме – балалар
Иң мөһиме – балалар

13 октябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында 2021 – 2024 йылдарҙа балалар ялы һәм уларҙы һауыҡтырыу системаһы, эште тормошҡа ашырыу буйынса саралар планы раҫланды. Кәңәшмә Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә үтте. Ул Башҡортостанда балаларҙың ялын һәм уларҙы һауыҡтырыуҙың һөҙөмтәле система үҫешенең социаль сәйәсәттең төп өлөшө икәнлеген белдерҙе.

 – Был система балаларҙы һауыҡтырыуға ғына түгел, уларҙың һәм үҫмерҙәрҙең төрлө яҡлап үҫеше, уларҙа ҡиммәттәр йүнәлештәрен булдырыуға ла эшләргә тейеш. Балаларҙың хәүефһеҙ ялы өсөн уңайлы шарттарҙы булдырыу мәсьәләһе лә көнүҙәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Андрей Назаров.

Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостанда балалар ялы һәм һауыҡтырыу өлкәһе иң ҙурҙарҙың береһе һанала, 390 меңдән ашыу кешене йәлеп итә.

- Йылдан-йыл йәй балаларҙың күпләп ял итеүе һәм уларҙы һауыҡтырыу тәьмин ителә. Ошоноң менән бәйле республикала ҡала ситендәге стационар лагерҙарҙың матди-техник базаһын нығытыу мәсьәләһе беренсе урында ҡала, - тип белдерҙе Айбулат Хажин.

Башҡортостанда барлығы ҡала ситендәге 93 стационар лагерь, 781 мәктәп яны, 558 балалар хеҙмәт һәм ял, өс палатка тибындағы лагерь, 46 төрлө тематик йүнәлештәге лагерь эшләй. Бынан тыш, балалар ялы һәм һауыҡтырыу баҙарында ҡала янындағы лагерҙар йәһәтенән дәүләткә ҡарамағандары ла эшләй. Бөгөн уларҙың дөйөм күләмдәге өлөшө 25,8 процент тәшкил итә.

Концепция мәсьәләләренә иһә ял ойошмалары инфраструктураһын замансалаштырыу һәм уларҙың үҫеше, йыл әйләнәһенә балалар ялы ойошмаларының эше, тәрбиә эшмәкәрлеге программалары сифатын һәм төрлөлөгөн күтәреү, балалар ялы һәм уларҙы һауыҡтырыу системаһына финанс, кадр һәм һәм башҡа ресурстарҙы йәлеп итеү, тағы башҡа йүнәлештәр инә.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: