Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
14 Октябрь 2021, 15:45

Инвалидтар ҙа эшле булһын өсөн

Быйыл республика бюджетынан инвалидтарға 125 эш урыны булдырыу өсөн 11,1 миллион һум аҡса бүленгән.

Инвалидтар ҙа эшле булһын өсөн
Инвалидтар ҙа эшле булһын өсөн

Кисә, 13 октябрҙә Премьер-министр Андрей Назаров Хөкүмәт ултырышы үткәрҙе. Унда инвалидтарҙы эш менән тәьмин иткән, шулай уҡ улар өсөн һәм уҡыу йортон яңы тамамлағандарға стажировка ойошторған эш биреүселәргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү мәсьәләһе күтәрелде.

– Быйыл халыҡтың мәшғүллек хеҙмәттәренә 3,5 мең инвалид мөрәжәғәт иткән. Уларҙың ике мең самаһы эшкә урынлаштырылған, был былтырғы йылдың туғыҙ айы менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк, – тине республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Юрий Мельников. – Эш биреүсегә стажерҙарҙың эш хаҡына тотонолған аҡсаһы ҡаплана, 2021 йылдан был сумма ике тапҡырға артты – 19,2 мең һум.

Быйыл республика бюджетынан инвалидтарға 125 эш урыны булдырыу өсөн 11,1 миллион һум аҡса бүленгән. Әленән 107 эш урыны булдырылған, бөтәһендә лә инвалидтар эшләп йөрөй. Субсидия алған саҡта эш биреүсе был эш урынын ике йыл дауамында һаҡлау буйынса йөкләмә ала.

Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, инвалидтар мәшғүллеген арттырыуҙың төп сараһы эш урындарында квота бүлеү тора.

– Республикала был йүнәлештә файҙаланылған барлыҡ саралар социаль характерҙа, – тине Андрей Назаров. – Улар социаль яҡтан аҙ яҡланған граждандар категорияһына эшкә урынлашыу һәм яуаплы эш биреүселәргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеген бирә. Беҙ инвалидтарҙың хеҙмәт мәшғүллеген арттырырға һәм уларҙы өҫтәмә килем менән тәьмин итергә тейешбеҙ.

Быйылғы йылдың 1 сентябренә ҡарата, квота иҫәбенә бүленгән эш урындарында ете мең самаһы инвалид эшләй. Уҡыу йортон тамамлағандар һәм инвалидтар өсөн стажировкалар үткәреү ҙә үҙенең һөҙөмтәлелеген дәлилләне. Стажерҙарҙың 70 проценттан ашыуы аҙаҡ предприятиеларҙа тороп ҡала һәм эшен дауам итә. Быйыл уҡыу йорттарын тамамлаусылар өсөн стажировкаға республика бюджетынан 18,3 миллион һум аҡса тотоноу күҙаллана. Дөйөм алғанда 365 сығарылыш уҡыусыһы өсөн стажировка ойоштороласаҡ.

Бынан тыш, республика бюджетынан инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу менән бәйле булған дәүләткә ҡарамаған ойошмаларға, шәхси эшҡыуарҙарға ла сығымдарын ҡаплау өсөн субсидиялар биреләсәк.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53026

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: