Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
14 Октябрь 2021, 12:44

“Оло йәштәгеләрҙең һаулығын бергәләп ҡурсалайыҡ”

65 йәштән ололарға сикләүҙәр индерелгәс, беҙҙең сауҙа үҙәгендә кеше кәмене. Әммә был сараларҙың өлкәндәрҙең һаулығын ҡурсалау өсөн эшләнеүен иҫәпкә алырға кәрәк.

“Оло йәштәгеләрҙең һаулығын бергәләп ҡурсалайыҡ”
“Оло йәштәгеләрҙең һаулығын бергәләп ҡурсалайыҡ”

Наталья СОЛТАНГӘРӘЕВА, “Ультра” сауҙа үҙәге идарасыһы:

- 65 йәштән ололарға сикләүҙәр индерелгәс, әлбиттә, беҙҙең сауҙа үҙәгендә кеше кәмене. Әммә был сараларҙың оло йәштәгеләрҙең һаулығын ҡурсалау өсөн эшләнеүен иҫәпкә алырға кәрәк. Һәр яҡлап уларға ярҙамға килергә әҙербеҙ. Беҙҙең сауҙа үҙәгендәге күпселек эшҡыуарҙар өйгә тиклем аҙыҡ-түлек алып килеү селтәрен үҫтерә. Кәрәк булғанда был ысул менән файҙаланырға була. Үҙәктең сайты һәйбәт эшләй, бөтә мәғлүмәтте шунда таба алаһығыҙ.

Әлегә иһә сауҙа үҙәгенә өс документ күрһәтеп инергә була: вакцина үткәрелеүе тураһында сертификат, ПЦР-анализ һөҙөмтәһе һәм ауырыуҙы үткәреү тураһында справка. Ингән урында тикшереү үткәргән һаҡсылар тора, улар кәрәкле ҡулайламалар менән йыһазландырылған.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: