Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
15 Октябрь 2021, 21:30

Ырғыҙлыла амбулатория буласаҡ

Бөрйән районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ырғыҙлы ауылы халҡы менән осрашты.

Ырғыҙлыла амбулатория буласаҡ
Ырғыҙлыла амбулатория буласаҡ

15 октябрҙә Бөрйән районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ырғыҙлы ауылы халҡы менән осрашты.

Был тораҡ, күрше Мәҡсүт һәм Ҡотан кеүек үк, Ырғыҙлы ауыл советына ҡарай, район үҙәгенән алыҫта урынлашҡан. Өсәүһендә бергә 900-гә яҡын кеше йәшәй.

"Беҙҙә фельдшер-акушерлыҡ пункты бар, әммә ул ғына етмәй. Стационар булмағас, 40-50 километрҙағы район үҙәгенә барырға тура килә. Ә ауырыу кешегә бындай алыҫ араға, өҫтәүенә ошондай насар юлдан йөрөүе бик ауыр", – тип һөйләне ауылдаштар.

Башҡортостан Башлығы республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына Ырғыҙлы ауылының үҙәк урамын ремонтларға ҡушты.

"Киләһе аҙнала ҡырсынташ түшәү эштәрен башлаясаҡбыҙ, – тине транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Виктор Жульков. – Иҫке Собханғол – Мораҡ юлына килгәндә, 2022 йылда трассаның өс километрлыҡ участкаһын ремонтлауҙы планлаштырабыҙ.

Республика етәксеһе 2023 йылда Ырғыҙлыла амбулатория – көндөҙгө стационары һәм лабораторияһы булған дөйөм практика табибы офисы төҙөләсәген белдерҙе. Ауыл халҡы газ үткәреү мәсьәләһен дә күтәрҙе. Радий Хәбиров, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, газ йорт сигенә тиклем бушлай үткәреләсәген әйтте. Был эш республикала 2021 йылдың йәйендә башланды.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: