Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
18 Октябрь 2021, 16:00

Инвалидтарға иғтибар артасаҡ

Башҡортостанда йәшәгән һәр инвалид-бала һәм өлкән кеше реабилитация һәм абилитация ярҙамы алырға тейеш 

Инвалидтарға иғтибар артасаҡ
Инвалидтарға иғтибар артасаҡ

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова доклад менән сығыш яһаны һәм республикала реабилитация үҙәктәре булдырыу тураһында һөйләне.

Уның белдереүенсә, социаль реабилитация йүнәлешендә Башҡортостанда биш дәүләт реабилитация үҙәге эшләй, улар Өфөлә (икәү), Белоретта, Күмертау һәм Нефтекама ҡалаларында урынлашҡан. Уларҙа комплекслы реабилитация, абилитация һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль адаптация тормошҡа ашырыла. Был үҙәктәрҙең ҡала һәм райондарҙа 19 филиалы бар.

Былтыр реабилитация үҙәктәрендә 13,9 мең бала, шул иҫәптән 11,3 мең инвалид-бала һәм һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән 2,5 мең бала социаль хеҙмәттәр алған, быйылғы йылдың туғыҙ айында – 11,1 мең бала. Был үҙәктәрҙәге барлыҡ социаль хеҙмәттәр ҙә балалар өсөн бушлай күрһәтелә.

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар араһында инвалидтар артыуы көнүҙәк проблемаға әйләнде. Һуңғы биш йылда республикала уларҙың даими артыуы күҙәтелә. Донъя йәмәғәтселеге лә был проблемаға ҡарата борсолоу белдерә, ВОЗ докладынан күренеүенсә, донъяла 95 миллион инвалид бала бар, уларҙың 13 миллионы ауыр форма инвалидтар, – тине министр.

Ленара Иванова белдереүенсә, ошоларҙы иҫәпкә алып һуңғы йылдарҙа илдә һәм республикала инвалидтарҙы социаль яҡлау йәһәтенән ҙур үҙгәрештәр башланды. Инвалид-балаларҙы реабилитациялау өсөн сертификаттар индерелә, реабилитацияның техник саралары төбәк исемлеге булдырылған, инвалидтарҙың көндөҙгө файҙалы мәшғүллеген тәьмин итеү үҙәктәре булдырыла, уҡыу-күнекмә фатирҙар асыла. Шулай уҡ баш ҡалала балалар һәм үҫмерҙәр өсөн “Салют” республика реабилитция үҙәге төҙөлә башланы, булған үҙәктәрҙең матди-техник базаһы нығытыла. Алдағы йылдарға ла ҙур программалар һәм ярҙамсы программалар ҡаралған.

Әммә ҙур ғына прогресс күҙәтелеүенә ҡарамаҫтан, проблемалар ҙа ҡала килә. Күптәргә сифатлы комплекслы реабилитация һәм абилитация хеҙмәттәре алыу мөмкин түгел. Республиканың ҡала һәм райондарында яңы үҙәктәр булдырыу маҡсатында министрлыҡ тарафынан мониторинг үткәрәлгән. Уның һөҙөмтәһе буйынса 32 муниципалитетта буш биналар бар, 31-ендә юҡ. Булған урындарҙың бөтәһендә лә капиталь ремонт талап ителә һәм инвалидтарға кәрәкле шарттар юҡ. Шулай булғас, әгәр уларҙа үҙәктәр асылһа, ремонт өсөн ҙур аҡсалар кәрәк буласаҡ. Быларҙы иҫәптә тотоп, муниципалитет хакимиәттәренә был йүнәлешкә республиканың социаль тәғәйенләнештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы йәлеп итеү кәңәш ителде.

Фото: rdkb.med.cap.ru

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: