Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
19 Октябрь 2021, 23:35

Юл карталары проекттары хупланды

Улар мәшғүллек үҙәктәре аша эшкә урынлаштырыу, балаға пособие тәғәйенләү һәм йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә дусар пациенттарҙың амбулатор ярҙам алыуына ҡағыла.

Юл карталары проекттары хупланды
Юл карталары проекттары хупланды

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары буйынса булдырылған төбәк штабының киңәйтелгән ултырышында айырым тормош хәлдәре буйынса юл карталары проекттары тәҡдим ителде.

Улар мәшғүллек үҙәктәре аша эшкә урынлаштырыу, балаға пособие тәғәйенләү һәм йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә дусар пациенттарҙың амбулатор ярҙам алыуына ҡағыла.

Республикала “Халыҡ мәшғүллеге үҙәге аша эшкә урынлашыу” тормош хәле буйынса Милли стратегик башланғыс индереү өсөн ҡарарҙар исемлеген формалаштырыу өҫтөндә байтаҡ ведомстволар, тармаҡ эксперттары, НКО хеҙмәткәрҙәре эшләгән. Был хаҡта ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников әйтте.

“Хеҙмәт баҙары һәм мәшғүллеккә ярҙам” йүнәлеше буйынса “Халыҡ мәшғүллеге үҙәге аша эшкә урынлашыу” тормош хәле буйынса төркөмдөң эше өс төп этаптан торҙо: бәйләнеш нөктәләрен билдәләү һәм проблемаларҙы асыҡлау; сервис, технологик һәм норматив характерҙағы сиселештәрҙе хәл итеү; юл картаһы проектын әҙерләү.

Эш һөҙөмтәһендә өҫтәмә ҡарарҙар ҙа ҡабул ителгән. Төбәк штабы һәм эксперт төркөмө ағзалары юл карталары проекттарын хупланы. Башҡортостандағы Милли социаль башланғыс штабы етәксеһе, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Милли социаль башланғыс механизмдарын индереү буйынса эште дауам итергә тәҡдим итте.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: