Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
21 Октябрь 2021, 23:45

Иванюта кемгә рәхмәтле?

Эшҡыуарҙар тарафынан биш микротулҡынлы мейес, дүрт һыуытҡыс камераһы алынған.

Иванюта кемгә рәхмәтле?
Иванюта кемгә рәхмәтле?

Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта урындағы эшҡыуарҙарға рәхмәт белдергән.

Уның әйтеүенсә, хәҙерге ваҡытта урындағы ковид-госпиталь пациенттар менән тулы. Ауырыуҙарға көнкүреш техникаһы етешмәүе ауырлыҡ тыуҙырған.

“Бына бер нисә аҙна инде райондағы ковид-госпиталь пациенттар менән тулы. Медицина ҡорамалдары етерлек, дарыуҙар даими  килтерелә, ә бына пациенттар һәм хеҙмәткәрҙәргә аш-һыу йылытыу өсөн көнкүреш техникаһы етешмәй ине”, – тип яҙған ул социаль селтәрҙә. Вакцинаны һаҡлау һәм килтереү өсөн һыуытҡыс камералары етешмәгән. Яҡташтарының сәләмәтлегенә битараф булмаған эшҡыуарҙар тарафынан биш микротулҡынлы мейес, дүрт һыуытҡыс камераһы алынған, тип хәбәр итә район хакимиәте башлығы.

Фото: Горобзор.ру

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: