Социаль мәсьәлә
21 Октябрь 2021, 16:30

Өлкәндәргә аралашыу, иғтибар кәрәк

Коронавирусҡа бәйле өйҙә ултырырға мәжбүр оло йәштәгеләр социаль хеҙмәткәрҙәргә йылы һүҙҙәрен еткерҙе.

Өлкәндәргә аралашыу, иғтибар кәрәкӨлкәндәргә аралашыу, иғтибар кәрәк
Өлкәндәргә аралашыу, иғтибар кәрәк

13 октябрҙән республикала вакцина яһатыу тураһында сертификаты һәм коронавирус инфекцияһын кисергәне тураһында белешмәһе булмаған 65 йәштән өлкәндәр изоляция режимын һаҡларға тейеш.

Ошо осорҙа ололарға социаль хеҙмәткәрҙәр ярҙамға киләсәк. Уларҙың һәр береһе прививка яһатҡан, битлек, бирсәткә, антисептиктар менән тәьмин ителгән. Социаль хеҙмәткәрҙәр аҙыҡ-түлек, дарыуҙар килтерә, биналарҙы йыйыштыра. Юлия Таранова әйтеүенсә, өлкәндәргә, аҙыҡ-түлек килтереүҙән тыш, аралашыу, иғтибар кәрәк.

Өфөнән Галина Котова бер үҙе йәшәй, уға йөрөүе ауыр. ”Миңә 72 йәш. Изоляцияла ултырам, сөнки прививка яһата алмайым, медицина күрһәтмәһе бар. Балаларым вакцина эшләтте. Юлия миңә ныҡ ярҙам итә. Киров районының социаль хеҙмәткәрҙәренә, айырыуса уларҙың етәксеһе Тәнзимә Ғабдулвәлиеваға рәхмәтлебеҙ”, – ти ул.

70 йәшлек Лира Ибраева оҙаҡламай прививка яһатырға ниәтләй. “Мин өйҙә вакцина яһағандарын көтәм, сөнки насар йөрөйөм. Ярай әле Юлия ярҙам итә. Бөтә яҡындарым да прививка эшләтте”, – ти ул.

“Миңә 81 йәш, изоляцияла ултырам. Хеҙмәт һәм һуғыш ветеранымын. Ирем, ҡыҙым менән бергә йәшәйбеҙ. Мин прививка яһата алмайым, медицина йәһәтенән ҡаршы күрһәтмәләр бар. Ирем 84 йәштә, вакцина ҡаҙатты, үҙен яҡшы тоя, машина йөрөтә”, – ти Любовь Топикова һәм Юлияға ярҙамы өсөн рәхмәт белдерә.

Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең матбуғат секретары Гүзәл Ибраһимова әйтеүенсә, Өфөлә “Беҙҙең хәстәрлек” автоирекмәндәре эшләй. Улар вакцина пунктына үҙаллы бара алмаған өлкәндәргә ярҙам итә. ”Әгәр кемгәлер шундай хәстәрлек кәрәкһә, Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең “ҡыҙыу линия”һына шылтыратығыҙ: 8-800-775-0014. Был хеҙмәт бушлай күрһәтелә”, – тине Гүзәл Ибраһимова.

Алтмыш йәштән өлкәндәргә вакцина яһатыу бик мөһим. Иммунитеттың түбәнлеге һәм хроник сирҙәрҙең булыуы сәбәпле коронавирус инфекцияһы йыш ҡына ауыр үтә, тип аңлаттылар “Роспотребнадзор”ҙа. Шуға күрә социаль хеҙмәткәрҙәр вакцина яһатыу буйынса ла ололарға ярҙам итә ала.

Фото: Олег Яровиков.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас