Социаль мәсьәлә
22 Октябрь 2021, 08:04

Абай булығыҙ!

Өлкәндәрҙе һаҡ булырға, алдаҡсыларҙың тоҙағына эләгеүҙән һаҡланырға саҡыралар.

Рәсәй Пенсия фондында пенсионерҙарҙы алдап, аҡсаһын алыу осраҡтары тураһында иҫкәртәләр. Мутлашыуҙың киң таралған өс төрлө алымы асыҡланған.

Йыш ҡына өлкәндәрҙең өйөнә таныш булмаған кешеләр килеп, үҙҙәрен Пенсия фонды хеҙмәткәре тип таныштыра. Улар, ҡағиҙә булараҡ, хаҡлы ялдағы кешенең пенсияһына өҫтәмә тейешлеге тураһында белдерә һәм уны алыу өсөн “отошло шарттар” тәҡдим итә.

Артабан схема бик ябай: өҫтәмәне алыу өсөн банк картаһы тураһында мәғлүмәт кәрәк. Аралашыу барышында алдаҡсылар бер ҡатлы өлкәндәрҙән СМС менән килгән йәшерен кодты ла, паспорт мәғлүмәттәрен дә асыҡлай, хатта бөтә шәхси мәғлүмәттәр күрһәтелгән ялған анкетаны ла тултыртып ала. Күп тә үтмәй, пенсионер аҡсаһынан да ҡолаҡ ҡаға.

Өйгә килгән “белгестәр”ҙең пенсионерға яҡынлашып килгән юбилейы айҡанлы мул ғына аҡсалата бүләк  йәки пенсияға өҫтәмә вәғәҙә итеүе ихтимал. Әммә был бүләкте алыу өсөн унан “килемгә һалым”, йәғни түләнәсәк аҡсанан процент күсереүҙе талап итәсәктәр.

Йәнә бер алдашыу алымы – шылты­ратыуҙар. Мутлашыусылар,  кеҫә телефонына шылтыратып, үҙҙәрен Рәсәй Пенсия фонды хеҙмәткәре тип таныштыра һәм өҫтәмә түләү вәғәҙә итә. Өлкәндәрҙең ышанысын яулау өсөн уға исем-шәрифе менән өндәшә. Һөйләшеү барышында пенсио­нерҙың шәхси иҫәптәренә инеү өсөн шәхси мәғлүмәттәрҙе белешә. Шуны хәтерҙә тотоу фарыз: Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре һеҙҙең һорауығыҙға ғына яуап биреү өсөн йәки һеҙҙең мөрәжәғәтегеҙ буйынса ғына шәхсән шылтырата ала.

Өлкәндәрҙе алдауҙың киң таралған йәнә бер алымы – “юридик консультация”. Интернетта Рәсәй Пенсия фондының рәсми булмаған сәхифәләре бик күп. Улар аша өлкәндәргә тейеш булған пенсия һәм социаль түләүҙәр, өҫтәмәләр тураһында ялған мәғлүмәт тараталар. Унда Пенсия фондынан ошондай “түләүҙәрҙе” юллауҙа ярҙам итергә әҙер юристар ҙа бар. “Әлбиттә, бындай ярҙам бушлай күрһәтелмәй, хаҡы ла арзан түгел, ләкин “пенсия юристары”ның ҡорбаны булған кеше был турала, шулай уҡ вәғәҙә ителгән мул аҡсаның да юҡ икәнлеген аҙаҡтан ғына белә”, – тип иҫкәртә Пенсия фонды белгестәре.

- Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА

Читайте нас