

Белгород өлкәһендә был аҙнала Башҡортостан миҫалында тиҙ төҙөлә торған ике ковид-госпиталь һалыу башланды. Төбәк башлығы Вячеслав Гладков шундай күрһәтмә биргән.
– Декабрь уртаһына ике объект та әҙер булырға тейеш. Үҙәктәр ваҡытлыса эшләү өсөн төҙөлмәй, улар пандемия бөткәс тә ҡулланырлыҡ булһын, - тине өлкә губернаторы.
Буласаҡ дауахана урынына техника килтерелгән, биләмәне модулдәр ҡуйыуға әҙерләй башлағандар.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 15 октябрҙә махсус медицина учреждениелары төҙөү буйынса тәжрибә уртаҡлашыу өсөн республикаға Белгород өлкәһе губернаторы урынбаҫары – төҙөлөш һәм транспорт департаменты начальнигы Владимир Базаров килде. Ул беҙҙә 2020 йылда төҙөлгән Зубов госпиталендә булды, уның эше менән танышты. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов әйтеүенсә, республика яңы үҙәктәр төҙөү барышында медицина характерындағы ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҙур тәжрибә тупланы. Ваҡыт ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың дөрөҫлөгөн иҫбатланы.
– Ошо эш осоронда Зубовтағы госпиталдән 13 меңдән ашыу пациент дауаланып сыҡты. Тап шуның арҡаһында меңәрләгән ғүмер ҡотҡарып ҡалынды, - тине Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары - һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин. Ул ошондай үҙәктәрҙең 15-кә яҡын төбәктә төҙөлөүен билдәләне.
Фото: "Белгородоблпроект".