Социаль мәсьәлә
22 Октябрь 2021, 08:17

Хәләл ефетең вафат булһа, уның пенсияһын нисек алырға?

Рәсәй Пенсия фондынан белдереүҙәренсә, ғаиләлә ир йәки ҡатын вафат булып, иҫән сағында ул күберәк пенсия алһа, хәләл ефете үҙенең пенсияһы урынына уныҡына дәғүә итә ала. 

Әммә бының да үҙенсә­леге бар. Мәҫәлән, тол ҡалған ир йәки ҡатын пенсия йәшенә етергә йәки эшкә һәләтһеҙ тип таны­лырға тейеш. Ҡараусыны юғалтыуға бәйле пенсия тәғәйенләү өсөн мәрхүм баҡыйлыҡҡа күскәнгә тиклем тап уның ғаиләне ҡарауын һәм, ул үлгәс, йәшәү өсөн килем сыға­нағы юҡҡа сығыуҙы раҫлау шарт. Эшләп йөрөгән пенсионерҙар бындай пенсияға дәғүә итә алмай.

Шул уҡ ваҡытта, яңы пенсия төрөнә күсеү ҡайһы саҡта отошһоҙ, тип белде­рәләр Пенсия фондынан. Мәҫәлән, ҡараусыны юғал­тыу буйынса страховка пенсияһына өҫтәмә ҡарт­лыҡ буйынса пенсияны­ҡынан 50 процентҡа аҙы­раҡ, шуға күрә тол ҡалған ир йәки ҡатын пенсияны мәрхүмдекенән кәмерәк аласаҡ. Бынан тыш, икенсе кешенең пенсияһына күскәндә махсус өҫтә­мәләр, йәғни төньяҡ стажы иҫәпкә алынмай. Йәнә 80 йәшкә еткәндәргә түләүҙәр арттырылмай.

Әйткәндәй, граждан үҙе теләгән ваҡытта ҡартлыҡ буйынса әүәлге пенсия­һы­на кире күсә ала. Бы­ның өсөн ғариза бирергә кәрәк.

Сентябрь башында Рәсәй Пенсия фондынан хә­бәр итеүҙәренсә,  ҡайһы бер кешеләр бер үк ва­ҡытта ике пенсия алырға хоҡуҡлы: береһе – көс ведомстволары буйынса, икенсеһе – Пенсия фондынан. Бында хәрби хеҙ­мәткәрҙәр, прокуратура, Оборона, Эске эштәр ми­нистр­лыҡтары, Федераль Именлек хеҙмәте һәм башҡа ведомстволар хеҙ­мәткәрҙәре тураһында һүҙ бара. Хәрби пенсионерға икенсе пенсия дөйөм билдәләнгән йәшкә еткәс һәм тейешле страховка ста­жына эйә булғас тәғә­йенләнә. Шулай уҡ уның шәхси пенсия коэф­фициенттарының етерлек күләмдә тупланыуы һәм көс ведомствоһында оҙаҡ йылдар эшләгән өсөн йәки инвалидлыҡ буйынса пенсия тәғәйенләнеүе шарт.

Ҡайһы ваҡыт пенсия күләмендә хата китә. Бының сәбәбе – доку­менттарҙа теүәлһеҙлек. Пенсия фондынан әйтеү­ҙәренсә, хеҙмәт кенәгә­һендә вазифа дөрөҫ күр­һәтелмәһә йәки мисәт ҡуйылмаһа, пенсия күлә­менең дөрөҫ иҫәпләп сы­ғарылмауы ихтимал, ­шуға күрә пенсия ведом­ст­воһына алдараҡ мөрә­жәғәт итеү шарт. Был осраҡта белгестәр, доку­мент­тарҙы һеҙ хаҡлы ялға сыҡҡансы ҡарап, етмәгән документтарҙы эш би­реүсенән, архивтан йә иһә бүтән дәүләттең социаль тәьминәт органдарынан һоратып алдырасаҡ.

- Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА

Читайте нас