

ЮХХДИ идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикала байтаҡ водитель автомобилен инвалидтарҙың транспорт сараһы ҡуйылырға тейешле урынға ҡалдырған өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыла – биш мең һум штраф һалына. Юл билдәһен күрмәмешкә һалышҡан автомобилселәрҙең күбеһе иғтибарһыҙлыҡҡа, сауҙа үҙәктәре янындағы туҡталҡала буш урындар булмауға һылтана.
Мәғлүм булыуынса, 2020 йылдың 1 июленән инвалидҡа үҙен йөрөткән автомобилгә “Инвалид” тигән тамға ҡуйырға һәм ошо туралағы мәғлүмәтте “Дәүләт хеҙмәттәре” порталындағы шәхси кабинет аша реестрға ебәрергә кәрәк. 15 минут эсендә ул реестрға индерелә. Туҡталҡа администраторҙары иһә граждандың льготалы туҡталҡаға хоҡуғын Инвалидтарҙың федераль реестры ярҙамында раҫлай ала.
Элек “Инвалид” тигән тамға гражданға Медицина-социаль экспертиза учреждениеһы тарафынан бирелә торғайны. Уны алыу, автомобиль тураһындағы мәғлүмәтте йылдам алмаштырыу өсөн инвалидтың МСЭ ойошмаһына шәхсән барыуы кәрәк ине. Хәҙер иһә бындай мәғлүмәтте электрон төрҙә урынлаштырырға мөмкин. Яңы тәртип инвалидлығы булған кешеләргә транспорт сараһын алмаштырған осраҡта ла льготалы туҡталҡанан файҙаланыу хоҡуғын бирә.
- Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА