Социаль мәсьәлә
26 Октябрь 2021, 06:30

“Бала саҡты кире ҡайтарҙылар”

Проекттың маҡсаты –  һәр баланың һәләттәрен үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыу.

“Бала саҡты кире ҡайтарҙылар”“Бала саҡты кире ҡайтарҙылар”
“Бала саҡты кире ҡайтарҙылар”

Ошо көндәрҙә Башҡортостанда етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған балалар өсөн тәғәйенләнгән ойошмаларҙа тәрбиәләнгәндәргә булышлыҡ итеү һәм уларҙы социаль яраҡлаштырыу буйынса “БАЛА САҠТЫ КИРЕ ҠАЙТАРЫУ” округ фестивален ябыу, ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантанаһы һәм “БАЛА САҠ йондоҙҙары” балалар ижады конкурсында еңеүселәрҙең гала-концерты булды. Проекттың маҡсаты –  һәр баланың һәләттәрен уңышлы үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыу, уларҙы һөнәри йүнәлеш биреү, мәҙәни һәм спорт сараларына күпләп йәлеп итеү. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров исеменән фестивалдә ҡатнашыусыларҙы уның урынбаҫары Олег Машковцев тәбрикләне.

Сара “Волга буйының спорт Олимпы” спартакиадаһында еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы бүләкләүҙән башланды. Ике көн дауамында Волга буйы федераль округының йәш спортсылары төрлө йүнәлештәрҙә көс һынашты. Мини-футбол буйынса өлкәндәр төркөмөндә – Башҡортостан, кесе йәштәгеләр араһында Ырымбур өлкәһе командаһы еңеп сыҡты.  Волейбол буйынса ярышта ла республикабыҙ спортсылары иң яҡшыһы тип танылды. Шашкала ҡыҙҙар араһында Пермь крайынан Настя Кулакова, Мордва Республикаһынан Елизавета Козлова, ә малайҙар араһында Башҡортостандан Артур Ҡаҙбәков, Һарытау өлкәһенән Руслан Хрущ еңде. Өҫтәл теннисы буйынса беренсе урынға Пермь крайынан Юлия Заякина һәм Мари Эл Республикаһынан Денис Эшплатов лайыҡ булды. “Аҡыл палатаһы” уйынында пермдәргә еткән команда табылманы. “Аҡыл палатаһы” онлайн-турнирында республикабыҙҙың “Атом” командаһы беренселекте яуланы.

“БАЛА САҠ йондоҙҙары” фестивалендә ҡатнашыусыларға ла дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Округ гала-концертында балалар йорттарында һәм мәктәп-интернаттарҙа тәрбиәләнеүселәр сығыш яһаны. Улар “Вокал”, “Бейеү”, “Художество декламацияһы”, “Үҙенсәлекле жанр” номинацияларында һәләтен күрһәтте.

Фестивалдә йәш оҫталар өсөн “МастерОК” ҡулланма ижад күргәҙмәһе ойошторолдо.

Фото: http://pfo.gov.ru/press/events/105948/

Сығанаҡ: http://pfo.gov.ru/press/events/105948/

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас